“Үҙегеҙҙең ихтыяр көсөгөҙ менән ҙур ҡаршылыҡтарҙы үтәһегеҙ, бының менән һеҙ сәләмәт кешеләргә өлгө булып тораһығыҙ”, - тигән һүҙҙәрҙе сығыш яһаусылар спортсыларға старт алдынан еткерҙе. Бәйгелә ҡатнашыусылар ҙур һәм заманса бассейнда төрлөсә йөҙөү буйынса ярышты. Асыҡланыуынса, был спорт төрө менән күптәре үҙен һауыҡтырыу өсөн шөғөлләнә. Тәрбиәләнеүселәр төрлө арауыҡҡа йөҙөп үҙҙәренең ихтыяр көсөн күрһәтеп кенә ҡалманы, беренселек өсөн дә көрәште.
Ярыш һөҙөмтәһе буйынса шәхси зачетта 50 метр араны ирекле стилдә йөҙөп уҙыусы Надежда Кашкина беренсе урын алды, 100 метр арауыҡта икенсегә сыҡты. Ә Марсель Ибраһимов 50 метр дистанцияны арҡала йөҙөп, 3-сө урын яуланы һәм 1-се спорт разрядын үтәне.