газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ноябрь 2018, 12:52

Күп төрлө ярышта ла һынатмайҙар

Ағиҙел йылғаһы буйында Салауаттың 70 йыллығы уңайынан хәрби күп төрлө ярыш буйынса ҡала беренселеге үтте. Сарала 6 хәрби-патриотик клуб ҡатнашты. Тәрбиәләнеүселәр ике этапта көс һынашты.

Шәхси беренселектә «Ватан» хәрби-пат-риотик клубынан Әлфиә Садиҡова, механика-төҙөүселәр колледжынан Руслан Бикбулатов, Анастасия Коннова, Айгиз Туҡтамышев, Данил Имильбаев, Юлия Коннова айырым төрҙәр буйынса беренсе урынға сыҡты.

Команда беренселегендә үҫмерҙәр ятҡан килеш мылтыҡтан атыу, граната ырғытыу, яралы кешене алып барыу, противогаз кейеү кеүек ҡаршылыҡтарҙы үҙ эсенә индергән һыҙатты үтте. Салауат механика-төҙөүселәр колледжының 3 кешенән торған команда беренсе урынға лайыҡ булды. Икенселә - «Ватан» һәм өсөнсөлә - «Спас 2» хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәре.


Читайте нас: