газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь 2018, 13:43

Йүгереү йәшәртә, күтәренке кәйефте йәшәтә

Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә «Милләттәр кросы - 2018» Бөтә Рәсәй йүгереү көнө үтте.Салауат ҡалаһы спортсылары ла был сарала әүҙем ҡатнашты. Уны РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы, Салауат ҡалаһы хакимиәте ойошторҙо. Әмәлгә ҡалғандай шәмбе көн аяҙ булды.

Йүгереүселәр араһында күпселекте мәктәп уҡыусылары, студенттар тәшкил итте. Араларында спорт һөйөүсе өлкәндәр, спорт ветерандарының булыуы сараның баһаһын тағы ла арттырып ебәрҙе. Ҡала хакимиәтенең спорт комитетының баш белгесе Александр Передунов ялҡынлы телмәрендә йүгеректәргә еңеү өсөн дәрт өҫтәне:

- Бөгөн ҡалала бер нисә сара үтә. Шуға ҡарамаҫтан, өс йөҙ илленән ашыу кеше кроста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ағиҙел буйына марафонды үтергә ҡарты ла, йәше лә сыҡты. Йүгереү беҙҙе йәшәртә, күтәренке кәйефтә йәшәтә, тип тә өҫтәр инем. Шуға, әйҙәгеҙ, барығыҙ ҙа ҡушылығыҙ, сәләмәт булырһығыҙ.

Марафон мәлендә кө-йәрмәндәр күп булды, йүгереп үтеп барғанда ла, финишҡа килеп еткәндә лә дәррәү ҡул саптылар.

Йәш айырмаларына ҡарап, еңеүселәр пьедесталға менде. Уларҙың шат йөҙҙәрендә бәхет осҡоно һиҙелә ине. Лия Мифтахова 3-сө урынға сыҡты. Ҡыҙ янына килеп һөйләшеп алдым.

- 1-се гимназияла 9-сы класта уҡыйым. Еңел атлетика менән өс йыл шөғөлләнәм. Ике йыл рәттән йүгереү буйынса ҡала һәм республика ярыштарында тик алдынғы урындарҙы ғына алдым. Тренерым Татьяна Хафизова минең еңеүҙәремә ҙур өлөш индерә. Бөгөнгө ярышҡа килгәндә, ысын мәғәнәһендә спортсылар, етеҙ йүгереүселәр күп булды. Артабан да еңел атлетика менән дуҫ буласаҡмын, - тине Лия.

Бер төркөм булып 44-се балалар баҡсаһының тәрбиәселәре үҙ-ара аралаша. Улар ҙа һәр йылдағыса бөгөн ярышырға килгән.

- Балаларыбыҙ, тәрбиәлә-неүселәр беҙҙән үрнәк ала. Күреп тораһығыҙ, бөгөн кескәйҙәр ҙә күп килгән. Иң мөһиме еңеү түгел, ә үҙ-ара аралашыу, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, - ти йүгереүселәрҙең барыһы ла.

Спорт һөйөүселәр көҙгө тәбиғәт ҡосағында саф һауа һулап, иптәштәре менән күңелле итеп аралашып, кәйефтәрен күтәреп ҡайттылар.


Читайте нас: