Алмаз Нагаев ун йыл буйы ныҡышмалы рәүешлә шөғөлләнеп, призлы урындар ала. Ул хәл иткес уҙышта Америка спортсыһы Йордан Фишманды еңә. Ә өсөнсө урынға Алмаздың көнәркәше Эдуард Даукаев өлгәшә.
Салауат спортсыһы үҙенең еңеүҙәре менән һәр ваҡыт шатландырып тора.
- Был минең ауыр, эмоциональ ярыштарҙың береһе. Яратҡан тренерым Эльвира Ягудина миңә бик ныҡ ярҙам итте, - ти Алмаз Нагаев.
Әйтергә кәрәк, Мәскәүҙәге донъя беренселеге - быйыл планетаның иң көслө йәш спортсылары ҡатнашлығындағы ярыштарҙың береһе. Ҙур сарала 50 илдән 1200 кеше ҡатнашҡан. Улар ауыр трассаларҙа «Боулдеринг» һәм «Тиҙлек» дисциплинаһында сығыш яһай.
Алда Алмазды ауыр ярыштарҙың береһе сентябрҙә Австрияла үтәсәк донъя чемпионаты көтә.