Йылдан-йыл был сарала ҡатнашырға теләүселәр арта бара. 2012 йылда 600 бала һәм үҫмер ярышһа, быйыл был һан 2500-гә етте. Ете, ун ике йәштәрҙәгеләр дүрт спорт төрөндә үҙ көсөн һынаны. Йәшәү урындары буйынса спорт майҙансыҡтарында урам уйындарында еңеп сыҡҡан йәш спортсылар финалда ҡатнашып, призлы урын алыр өсөн килгән.
- «Ихата чемпиондары лигаһы. Йәйге старт» спорт уйындары «Наркотиктарға ҡаршы көрәш һәм уларҙың законһыҙ әйләнеше» программаһы сиктәрендә үтә. Чемпионат балаларҙы һәм үҫмер-ҙәрҙе йәйге осорҙа алама ҡылыҡтарҙан арындырыу, сәләмәтлектәрен һаҡлау өсөн ойошторолған. Бөгөн иң көслөләр финалда ҡатнашып иҫтәлекле приздар менән ҡайтасаҡ. Әйтергә кәрәк, ҡала майҙансыҡтарында спорт уйындарын үткәреү өсөн 150 мең һум бүленде. Һәр йәш категорияһы буйынса алты урын биреләсәк, шуға ла күптәр бүләкле була, - тине ҡала хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Андрей Прокопов.
Оҙонлоҡҡа һикергән ҡыҙҙар менән аралашам.
- Лигала икенсе йыл рәттән ҡатнашам. Былтыр икенсе урынға сыҡҡайным. Быйыл нисек тә булһа велосипедлы булырға ине. Йүгереүҙә, оҙонлоҡҡа һикереүҙә барыһы ла яҡшы килеп сыға, ә бына ерҙән күтәрелеү ауыр бирелә, - ти Айгөл исемле ҡыҙ.
Алты йыл эсендә Салауатта урам уйындарында һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Еңеүселәргә 48 тау велосипеды бүләк ителгән. Быйыл ҡырҡ һигеҙ йәш спортсы ҡиммәтле бүләк алған. Ә иң көслө 8 үҫмер байрамдан велосипед менән ҡайтып китте.
Байрамда спорт һәм физкультура өлкәһендә ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәргә һәм ветерандарға Маҡтау грамоталары тапшырылды. Сара республикабыҙҙың һәм ҡалабыҙҙың сәхнә йондоҙҙары әҙерләгән концерт менән аралашып барҙы.
Үҫеп килгән быуында һаулыҡты һаҡлауға, уны нығытыуға, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш уятыуҙа, спортҡа һөйөү, патриотик хис тәрбиәләүҙә бындай саралар ҙур роль уйнай. Ысынлап та, сәләмәтлек булғанда ғына кеше үҙенең теләк-ынтылыштарына ирешә, хеҙмәттән, уйындан, физик күнегеүҙәрҙән йәм таба.