газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август 2018, 10:36

Йылдар үтһә лә спортҡа һөйөүҙәре һүнмәй

Салауатта бишенсе тапҡыр республика пенсионерҙарының спартакиадаһы үтте. Быйыл спорт ярышында ҡатнашыусылар бигерәк тә күп булды. Республикабыҙҙың 17 төбәгенән килгән өлкән йәштәге кешеләр кроста, йөҙөүҙә, өҫтәл теннисында, дартста, пулялы атышта, шахматта, ҡатнаш эстафетала көс һынашты.

Спартакиадала 55 йәштән үткән ҡатындар һәм 60 йәштән уҙған ирҙәр чемпион исемен алыр өсөн көрәште. Был ярыштың бер нисә тапҡыр еңеүсеһе булған Салауат йыйылма командаһы ла сараға ныҡлы әҙерләнде.

Тантаналы парадта 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостан Республика-һының «Рәсәй пенсионер-ҙары союзы» төбәк бүлеге рәйесе Александр Кузнецов, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бүлек начальнигы Дмитрий Гладких спорт һөйөүселәргә намыҫлы көрәш һәм уңыш теләне.

Аҙаҡ майҙансыҡтарҙа кө-сөргәнешле ярыш башланды. Аҡһаҡалдарҙың иң өлкәненә 80 йәш ине. Улар йәштәрсә дәрт-дарман менән алдынғылыҡ өсөн көрәште. Һәр спорт төрөнөң үҙ чемпиондары асыҡланды. Салауат йыйылма командаһы пулялы атышта иң мәргәне булды, ҡатнаш эстафетаны барыһынан да беренсе үтте, кроста һәм йөҙөүҙә икенсе урынға сыҡты, ә шахматта һәм дартста өсөнсө урын алды. Һөҙөмтәлә улар лайыҡлы рәүештә чемпион исемен яуланы. Команда капитаны Миңлегөл Янбаева, ярыш алдынан ҡулын йәрәхәтләһә лә, командаға дәрт өҫтәп торҙо, беренселеккә әйҙәне. Еңеүгә пулялы атышта Фәйрүзә Юлгданова, йөҙөүҙә Светлана Зведкина ҙур өлөш индерҙе. Ирҙәр ҙә ҡалышманы, Виталий Левощенко кроста икенсе килде.

Төп көнәркәштәр Өфө йыйылма командаһы ла спартакиа-даға етди әҙерләнгәйне. Шулай ҙа улар салауаттарға етә алманы, икенсе урынға ҡалды. Өсөнсө урынға Ишембай районы командаһы лайыҡ булды.

Спартакиада аҙағында бөтә призерҙарға иҫтәлекле кубоктар, миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Оло йәштәге еңеүселәрҙең шатлыҡлы йөҙ-ҙәренә ҡарап сәләмәтлектең асылы хәрәкәттә икәнлеген яҡшы аңлайһың. Әйтергә кәрәк, уларҙың иң-иңдәре республикабыҙҙы яҡлап 24-28 августа Новосибирск ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй спартакиадаһында ҡатнашасаҡ.


Читайте нас: