газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август 2018, 10:37

Спорт һәм сәләмәтлек - минең тормош рәүешем,

-ти РФ-тың мәғариф отличнигы, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының юғары категориялы физик культура уҡытыусыһы Заһир Ғафаров.

Физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы - үҙенсәлекле һөнәр. Күптәр уның әһәмиәтен аңлап та етмәгән кеүек. Ә уйлап ҡараһаң, был һөнәр артына күпме белем, тәжрибә һәм оҫталыҡ йәшенгән. Заһир Юлдашбай улы ла ошо өлкәлә 38 йыл. Мәктәп йылдарында һабантуйҙарҙа волейбол һәм саңғы буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған Заһир Юлдашбай улы спорт юлын һайлай - Күмертау педагогия колледжына уҡырға инеп, тренер-уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Студент йылдарында күп ярыштарҙа ҡатнаша, төрлө спорт разрядтарын алыуға ирешә.

Үҙен һәр яҡлап һынап ҡарай ул. Хеҙмәт юлын Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында башлап ебәрә. Бер йыл эшләгәндән һуң, һалдатҡа алына, Германияла Һауа-десант ғәскәрҙәрендә әрме юлын үтә. Ауылында мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлай. Аҙаҡ тыуған ауылы Тәүәкәндә мәктәп директоры вазифаһын башҡара.

2009 йылда Заһир Юлдашбай улы Салауат ҡалаһына ул ваҡытта педагогия колледжына физкультура уҡытыусыһы итеп саҡырыла.

Тынғыһыҙ уҡытыусы кол-леджда сәләмәт тормош рәүеше һәм физик культураны пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара. Эштең беренсе көнөнән үк Салауат ҡалаһының урта һөнәри белем биреү учреждениеһы студенттарының комплекслы спартакиадаһының төп судьяһы, «Спорт һәм сәләмәтлек» уҡытыу фирмаһы методисы булып эшләй. Студенттарҙы волейбол, бас-кетбол уйнау серҙәренә өй-рәтә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Заһир Ғафаров балаларҙы спортҡа ылыҡтырырға тырыша. Уҡытыусы уҡыусылары өсөн һәр яҡлап өлгө булырға те-йеш, тиҙәр. Заһир Юлдашбай улы үҙе лә төрлө ярыштарҙың, спартакиадаларҙың бөтә төрҙәрендә лә тиерлек әүҙем ҡатнаша. «Рәсәй саңғыһы», Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сараларының даими еңеүсеһе. «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» алтын значогының туғыҙынсы баҫҡысына эйә булған. Йөҙөү, пулялы атыу, волейбол, саңғы ярыштарында күп тапҡырҙар БР-ҙың чемпионы тип танылған. Уның тырыш хеҙмәте баһаланмай ҡалмаған. Бихисап Почет грамоталары, Рәхмәт хаттарынан тыш, РФ-тың мәғариф отличнигы знагы, «Рәсәй ДОСААФ-ының 85 йыллығы» миҙалы менән бүләкләнгән.

- Йәштәрҙең спортҡа ынлылышы бар, спорт менән шөғөлләнгәндәр үҙҙәрен физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да сыныҡтыра, яңы дуҫтар таба, ҡайһы берҙә тормоштарын спорт менән дә бәйләй. Спорт кешене тәрбиәләй, насар ғәҙәттәрҙән арындыра, физик күнекмәләр төрлө эштән һуң кешене ял иттерә, аралашыу сараһы булып та тора. Был турала теге йәки был спорт төрө менән шөғөлләнгән кеше яҡшы белә. Спорт – минең тормошом, сәләмәт йәшәү рәүеше, әүҙем ял һәм, әлбиттә, еңеүҙәр, - ти Заһир Юлдашбай улы.

Заһир Ғафаров етди, ғәҙел кеше. Изге күңеллелеге, ябайлығы менән үҙен йәлеп итә. Һәр ир-егеттәргә хас булғанса, сәйәсәтте, тарихты ярата. Заһир ағайҙың атаһы Юлдашбай Әбделҡасим улы һуғыш ветераны. Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған кеше булған. Хеҙмәткә һөйөү, яуаплы ҡараш, таҙалыҡ, тәртип, тирә-яҡтағыларға изгелекле булыу - ата-әсәһе биргән һабаҡтар.

Заһир Юлдашбай улы һәйбәт ғаилә башлығы. Ул яҡындары өсөн өҙөлөп тора, ярҙамсыл, егәрле. Ҡатыны Лира Фирғәт ҡыҙы ла уҡытыусы, БР-ҙың мәғариф отличнигы, ул Үрге Юлдаш ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Үрге Юлдашта ҙур, күркәм йорт һалып кергәндәр. Аҙбар тулы мал, баҡса гөрләп тора.

Эсеү, тартыу кеүек насар ғәҙәттәренең булмауы менән улы Азатҡа һәм ҡыҙы Айгөлгә, ейәнсәре Айгизәгә өлгөлө атай ҙа, олатай ҙа ул.

- Һаулыҡ, сәләмәтлек сы-ғанағы булған спорт менән һәр кем дуҫлашһын, ул беҙҙең йәшәү рәүешебеҙгә әйләнһен ине. Бының өсөн ҡалабыҙҙа бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, тик теләк кенә кәрәк. Шулай уҡ үҙ тормошон спорт менән бәйләгәндәрҙең барыһын да байрам уңайынан ихлас ҡотлайым. Уларға һаулыҡ, спортта яңы еңеүҙәр, тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауҙарын теләйем, - ти Заһир Ғафаров.


Читайте нас: