газета "Салауат"
+19 °С
Облачно
Спорт
20 Июля 2018, 08:53

Ярыштың да ниндәйе

Салауатта автомобилдә экстремаль рәүештә идара итеү (дрифт) буйынса «Drift Fest» республика чемпионаты үтте. Ярышҡа Баш-ҡортостандан һәм яҡын-тирәләге төбәктәрҙән уҙышсылар йыйылды.

Губкин урамындағы сауҙа йорто алды көн оҙоно гөрләп торҙо. «Drift Fest» ойоштороусылары дрифт буйынса уҙышты пилоттар һәм тамашасылар өсөн хәүефһеҙ, уңайлы эшләгән. Ҙур сарала берҙән-бер уҙышсы-ҡыҙ Татьяна барыһында ла һоҡланыу тойғоһо уятты. Ғөмүмән, сара тураһында социаль сел-тәрҙәрҙә тик яҡшы һүҙҙәр генә яҙалар.


Читайте нас