Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Май 2018, 17:52

Майҙан тотҡан һәр спортсы - еңеүсе

Салауат балалар спорт мәктәбендә СССР-ҙың спорт мастеры Алек-сей Баранов иҫтәлегенә арналған турнир буйынса ҡала беренселеге үтте. Майҙанға Башҡортостандан һәм Ырымбурҙан 100-гә яҡын үҫмер сыҡты. Улар өс йәш төркөмөнә бүленеп еңеү өсөн алышты.

Салауат балалар спорт мәктәбендә СССР-ҙың спорт мастеры Алек-сей Баранов иҫтәлегенә арналған турнир буйынса ҡала беренселеге үтте. Майҙанға Башҡортостандан һәм Ырымбурҙан 100-гә яҡын үҫмер сыҡты. Улар өс йәш төркөмөнә бүленеп еңеү өсөн алышты.

- Классик боксты Салауатта элек-электән үҙ итәләр. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Бөгөн иһә был спорт төрөн балаларҙың өйрәнеүе ҡыуаныслы. Алыш мәлендә йәш боксерҙарҙың танауҙары ла ҡанап китә, был ҡурҡыныс түгел. Улар шулай итеп нығына, көслө рухлыға әйләнә, - ти бокс буйынса Рәсәй спорт мастеры Денис Огуречников.

Алексей Баранов 60-70-се йылдар-ҙа танылған боксер тип һанала. Ул бихисап спорт мастерҙарын әҙерләгән. Турнирға уның улы Сергей Баранов та килгәйне. Ул йәш спорт һөйөүселәргә еңеүҙәр һәм ышаныс теләне.

- Хәҙерге йәштәрҙең сәләмәт тормош алып барыуы, спортты үҙ итеүе, етеш тормошҡа ынтылыу­ҙары һөйөндөрә. Был - беҙҙең илебеҙҙең киләсәге бар, тигән һүҙ. Йәш боксерҙарға ҡаҙаныштар юлдаш булһын, - тине ул.

Бәләбәйҙән килгән Никита Гусарев 5 уйындың 4-һендә еңеүгә өлгәште һәм 1-се урынға сыҡты.

- Был минең көндәлек күнекмәләр һөҙөмтәһе. Тренерым тик лидерлыҡҡа ғына әйҙәй. Ғөмүмән, миңә бокс бик оҡшай, - ти Никита.

Турнирҙың һуңғы көнөндә еңеүселәргә миҙалдар һәм кубоктар тапшырылды. Дөйөм команда зачетында «Триумф» спорт мәктәбе 1-се урынға, Өфө 2-се урынға, Бәләбәй ҡалаһы һәм Благовар районы Языков ауылы боксерҙары 3-сө урынға сыҡты.
Читайте нас: