4 апрелдән 7-һенә тиклем «Газпром» йәмғиәтенә ҡараған предприятиелар командалары ҡатнашлығын-да хоккей буйынса «Саҡырыу кубогы» ярыштары үтте. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән сара «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең 70 йыллығына арналды.
Быйыл турнирҙа һигеҙ команда ҡатнашты: «Газпром нефтехим Салауат», Салауат ҡалаһының йыйылма командаһы, «Газпромнефть - Ырымбур», «Газпром трансгаз Ухта», «Газпром переработка», «Газпром трансгаз Өфө», «Газпром трансгаз Ҡазан», «Газпром добыча Оренбург». Улар барыһы ла боҙ алышында махсус ғәнимәт - Саҡырыу кубогы өсөн көс һынашты. Был махсус спорт призы «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең юбилейы уңайынан әҙерләнгән.
Турнир ике этапта үтте. Уйын башланыу менән еңеүсегә кубок еңел генә бирелмәйәсәге асыҡланды. Командалар бер йыл эсендә көс туплаған һәм һәр гол өсөн ҡыҙыу көрәште. Газ сәнәғәте предприятиеларының төрлө һөнәр вәкил-дәре өс көн буйына ысын хоккей күрһәтә алды. Уйында көтөлмәгән еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр, ватылған сәкәндәр, хатта уйынсыларҙың йәрәхәтләнеүҙәре лә булды. Көйәрмәндәр үҙ командаһы өсөн «янды».
Салауат йыйылма командаһы өсөн беренсе уйын уҡ уңышһыҙ башланды. Уларҙың ҡапҡаһына бер-бер артлы 8 шайба инде. «Газпромнефть - Ырымбур» командаһы беҙҙең ҡала спортсыларына еңеүгә бер ниндәй ҙә ышаныс ҡалдырманы.
«Газпром нефтехим Салауат» менән «Газпром трансгаз Ухта» командала-рының ярыш һөҙөмтәһен аҙаҡҡаса белеп булманы. Салауаттар алға ынтылды, әммә Ухта ла ҡалышманы. Ухта командаһынан Николай Снопок еңеү голын индерҙе. Уйын 4:5 иҫәбе менән Коми Республикаһы вәкилдәре файҙаһына тамамланды.
Шулай итеп, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте командаһы бронза миҙалға лайыҡ булды. «Газпром трансгаз Өфө» 7:0 иҫәбе менән «Газпром трансгаз Ҡазан»ды ҡыйратты. «Саҡырыу кубогы-2018» турниры еңеүсеһе - баш ҡала командаһы.