газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2018, 15:36

“РӘСӘЙ САҢҒЫ ЮЛЫ” ДУҪТАРЫН ЙЫЙҘЫ

Ағиҙел буйында «Саңғы юлы - 2018” Бөтә Рәсәй күмәк саңғы уҙышының ҡала ярышы үтте. Был сара 1982 йылдан үткәрелә һәм ул тиҫтә йылдар төрлө быуын саңғы һөйөүселәрҙе берләштереп тора. Маҡсаты - балаларҙы һәм ололарҙы спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, халыҡ араһында әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Йыл һайын ярыш стартына «һәүәҫкәрҙәр» менән бергә төрлө ярыш чемпиондары, профессионалдар, спорт ветерандары ла баҫа.

Ағиҙел буйында «Саңғы юлы - 2018” Бөтә Рәсәй күмәк саңғы уҙышының ҡала ярышы үтте. Был сара 1982 йылдан үткәрелә һәм ул тиҫтә йылдар төрлө быуын саңғы һөйөүселәрҙе берләштереп тора. Маҡсаты - балаларҙы һәм ололарҙы спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, халыҡ араһында әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Йыл һайын ярыш стартына «һәүәҫкәрҙәр» менән бергә төрлө ярыш чемпиондары, профессионалдар, спорт ветерандары ла баҫа.

Быйыл ҡышын ҡар әҙ яуыу сәбәпле, сара ғәҙәттәгенән һуңғараҡ ойошторолдо. Саңғы ярышын асҡанда ҡала хакимиәтенең спорт һәм физкультура комитеты рәйесе Андрей Прокопов спорт һөйөүселәргә яҡшы кәйеф һәм еңеүҙәр теләне.

Мәктәп уҡыусылары, студенттар, хеҙмәт коллективтары, оло быуын вәкилдәре, ғөмүмән, спорт һөйөүсе һәр кем саңғыға баҫып үҙ көсөн һынаны. Берәүҙәр старт алдынан тәндәрен яҙып етеҙ-етеҙ хәрәкәттәр яһай, икенселәр саңғыларын кейеп бер аҙ шыуып киләләр, өсөнсөләр тренерҙары менән әңгәмәләшә. Һыуыҡ тимәй, яҡындары өсөн янып-көйөргә атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә килгән. Ярыш бер нисә төркөмдә уҙғарылды.

Бына өлкәндәр старт һыҙығына баҫты. Уларҙың һәр береһе бер-бер артлы кем уҙарҙан беренселек өсөн алға ашыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге булып «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы ветераны, күп тапҡыр Халыҡ-ара, донъя марафондарында ҡатнашыусы Тания Фәхретдинова килде. Эргәһенә килеп унан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораным.

- Йүгереү, саңғыла уҙышыу ярыштарынан бер ҙә ситтә ҡалғаным юҡ. Спорт минең өсөн йәшәү сығанағы, миңә һулар һауа кеүек кәрәк. Әйткәндәй, бындай сараларҙа, иң мөһиме, еңеү түгел, ә унда ҡатнашыу, бәйгенән үҙеңә яҡшы тәьҫорат алып, тағы ла сәмләнеп юғарыға ынтылыу. Сәләмәт тормошҡа ни етә! - ти ветеран.

Мәктәп уҡыусылары ла спорт байрамына күпләп килгәйне. 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында финишҡа иң беренсе Эвелина Хафизова килде.

- «Триумф» спорт мәктәбендә шөғөлләнәм. Спорт мастерына кандидат нормативын үтәнем. Үҙемде белгәндән бирле йүгерәм, саңғыла уҙышам. Бер нисә тапҡыр призлы урынға сыҡтым, - ти йәш спортсы.

Бөгөнгө сарала спорт яратыусылар әллә ни күп түгел ине. Әлбиттә, приз яулаусылар маҡтауға лайыҡ. Тик, нишләптер, урындағы халыҡ ҙур сығымдар талап итмәгән саңғыла шыуырға битараф. Спорт - ярыш, бәйге генә түгел, ә һаулыҡ сығанағы. Саңғыла йөрөүгә, йүгереүгә иғтибар бүлһәк, дарыуханалар, дауаханалар буйлап әҙерәк йүгерер инек. Ярышта ҡатнашҡан төрлө быуын спортсылары был хаҡиҡәттең дөрөҫ булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы.


Читайте нас: