газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль 2018, 15:47

Һаулыҡ спартакиадаһы

10 ғинуарҙан 13-нә тиклем Кушнаренко ауылында йола буйынса республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ-2018” спартакиадаһы үтте.

10 ғинуарҙан 13-нә тиклем Кушнаренко ауылында йола буйынса республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ-2018” спартакиадаһы үтте.

Сәләмәтлеккә бағышланған сара 1989 йылдан алып йыл һайын уҙғарылып килә. Уны ойоштороу РФ Мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан комитетына, БР Мәғариф министрлығына һәм “Буревестник” профсоюз физкультура-спорт клубына йөкмәтелгән. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы спартакиаданың бер нисә тапҡыр еңеүсеһе һәм призеры булып иҫәпләнә. Йыл һайын ярыштың ҡағиҙәләре үҙгәреп тора, төрлө спорт төрҙәре индерелә һәм ошоға ярашлы колледж командаһы ла яңыра. Быйыл бәйгегә волейбол, пневматик винтовканан атыу, йөҙөү, саңғы эстафетаһы индерелде һәм етәкселәр дартс буйынса ярышта үҙҙәрен һынаны.

Беҙҙең ҡала колледжы спортсыларына пневматик винтовканан атыуҙа һәм йөҙөүҙә тиңдәр булманы, улар ошо төр ярыштарҙа иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Башҡа спорт төрҙәре буйынса көсөргәнешле алыш барышында, Стәрлетамаҡ физик культура һәм спорт техникумынан бер аҙ ҡалышып, дөйөм команда зачетында Салауат колледжы уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре лайыҡлы рәүештә икенсе урын алды.

Колледж һәм ҡала данын спартакиадала З.Ғафаров, А.Байгилдин, Р.Мөхәмәтшина, Д.Табаева, А.Басирова, Л.Дәүләтшина, Т.Подпорин, Р.Ғүмәров, М.Янбаева яҡланы. Уларҙың уңышлы сығыш яһауына белем биреү учреждениеһының яҡшы шарттар тыуҙырылған спорт залында әүҙем рәүештә күнекмәләр үтеүе булышлыҡ итте. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, колледж уҡытыусылары һәм хеҙмәткәр-ҙәренең күбеһе даими төрлө фестивалдәр-ҙә ҡатнашып тора һәм ГТО билдәләре лә бар. Улар йәштәргә сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға һәйбәт үрнәк күрһәтә.


Читайте нас: