Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Ғинуар 2018, 15:02

«Серле» таяҡтар сихәтләндерә

Һуңғы ваҡытта оло йәштәгеләрҙең саңғы таяҡтарына таянып йөрөүҙәрен бик йыш күрергә тура килә. Кемдер ололарҙың был аҙымын хуплаһа, икенселәре көлөп кенә ҡарай. Әммә бындай кешеләр ҡала урамдарында күбәйгәндән-күбәйә генә.

Бер көндө түҙмәнем, юлымда осраған оло йәштәрҙәге «спортсы»ны туҡтатып, был шөғөлдәренең ысынлап та файҙаһы бармы-юҡмы икәнен белешергә булдым. Баҡтиһәң, Гөлбәҙәр Кәримова яңыраҡ ҡына йөрөй башлаған. Әммә, уның әйтеүенсә, хәҙер тын алыуы бөтөнләй еңелләшкән.

- Аш-һыу бүлмәһендәге тәҙрәм Салауат Юлаев бульва-рындағы аллеяға ҡарай. Көн дә унан бабайым менән таяҡ тотоп йөрөгән кешеләрҙе күҙәтә-күҙәтә сәй эсәбеҙ. Уны өгөтләп, икәүләп йөрөргә булдыҡ. Миңә бик оҡшай. Уңайлы ла, һаулыҡ өсөн дә файҙалы, - ти Гөлбәҙәр апай.

Билдәле булыуынса, атлағанда көс башлыса аяҡҡа төшһә, скандинавса йөрөү тәндең бөтә мускулдарын эшләтә. Бигерәк тә ҡан баҫымы менән яфаланыусыларға, быуындар һыҙлауы менән интегеүселәргә, тән ауырлығынан ҡотолорға теләүселәргә был шөғөл бик уңай. Даими йөрөү ҡан, йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта.

Бына шулай, тәү ҡарашҡа ябай атлау һымаҡ күренһә лә, скандинавса йөрөштөң файҙаһы бик күп.
Читайте нас: