газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2018, 11:30

ГТО сәләмәт йәшәргә өйрәтә

Ҡалабыҙҙың «Алмаз» спорт мәктәбе базаһының тест уҙғарыу үҙәгендә Салауат һәм Яңы Салауат ТЭЦ-тары араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул!” Бөтә Рәсәй физкультура спорт комплексының фестивале үтте. Сара Энергетиктар көнөнә арналды.

Ҡалабыҙҙың «Алмаз» спорт мәктәбе базаһының тест уҙғарыу үҙәгендә Салауат һәм Яңы Салауат ТЭЦ-тары араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул!” Бөтә Рәсәй физкультура спорт комплексының фестивале үтте. Сара Энергетиктар көнөнә арналды.

Физкультура һәм спорт өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен артабан камиллаштырыу һәм кеше потенциалын үҫтереүгә, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән физик тәрбиә биреүҙең эффектлы ысулдарын булдырыу йәһәтенән Рәсәй Президенты Владимир Путин 2015 йылда “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул!” Бөтә Рәсәй физкультура спорт комплексын тергеҙеү тураһында”ғы указға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, норманы яҡшы үтәгәндәргә махсус танытмалар, значоктар тапшырыла, кешеләрҙең физик ныҡлығы, әҙерлеге тикшерелә. Салауатта ла был йәһәттән саралар үткәрелеп тора.

Ошо көндәрҙә «Алмаз» спорт мәктәбендә үткән фестивалдә йылылыҡ һәм энергетика тармағы хеҙмәткәрҙәренең ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерлекле булыуын күрһәтте. Жюриға ҡалабыҙҙың танылған спортсылары Зөфәр Искәндәров, Наталья Тиханская, Айгөл Зиннәтурова, Регина Хәфизова саҡырылғайны.

Сарала барлығы 27 кеше ҡатнашты. 5 кеше фестивалгә инмәгән йөҙөү буйынса нормативты үтәне. Иң яҡшы һөҙөмтә өсөн ҙур көрәш барҙы. Көйәрмәндәр ҙә спортсыларҙы хуплап торҙо. Был көндө һынауҙарҙы үтәү буйынса яңы мобиль ҡоролма - оҙонлоҡҡа ырғыу өсөн контактлы платформа ҡулланылды.

Ярышта ҡатнашыусылар ыңғай хис-тойғолар алды, сараға намыҫлы ҡараны. Бөтә спортсылар ҙа ҡатнашыусы сертификатын алды. Салауат ҡалаһының спорт комитеты алдынғыларға дип-лом һәм миҙалдар тапшырҙы.


Читайте нас: