Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2018, 11:31

Алмаз иң өлгөрө

Салауат спортсыһы Алмаз Нагаев ҡаяға үрмәләү буйынса Бөтә Рәсәй йәштәр ярыштарында иң яҡшыһы булды.

Салауат спортсыһы Алмаз Нагаев ҡаяға үрмәләү буйынса Бөтә Рәсәй йәштәр ярыштарында иң яҡшыһы булды.

Санкт-Петербург ҡалаһы ҡаяға үрмәләү бу-йынса «Нева вертикал-дәре» бөтә Рәсәй ярыштарын ҡабул итте. Бер майҙансыҡта илебеҙҙең 36 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы, шул иҫәптән донъя һәм Европа бәйгеләре призерҙары йыйылды.

Башҡортостан йыйылма командаһына 15 ҡаяға үрмәләүсе ингән. Салауаттан Алмаз Нагаев алдынғылыҡты бирмәне. Ул үҫмерҙәр араһында тиҙлеккә үрмәләүҙә беренсе урын алды. Өфөнән Эдуард Дукаев һәм Эдуард Кинйәбулатов көмөш миҙал яуланы. Башҡортостан спортсылары команда менән тиҙлеккә үрмәләүҙә өсөнсө булды. Дөйөм команда зачетында республика йыйылма командаһы бишенсе баҫҡысҡа күтәрелде.
Читайте нас: