Ырымбурҙа художество гим-настикаһы буйынса “Ҡышҡы мелодия - 2017“ беренселеге үтте. Унда Ырымбур, Мәскәү, Һамар, Тольятти, Өфө, Ульяновск, Ҡазан, Магнитогорск, Лениногорск, Стәрлетамаҡ, Ново-троицк, Екатеринбург, Силәбе һәм Салауаттан 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Беҙҙең ҡала данын яҡлап “Ағиҙел-Спутник“ компанияһы тәр-биәләнеүселәре сығыш яһаны.
- Беҙ ҡыҙҙар өсөн бик шатбыҙ. Ярышта улар лайыҡлы сығыш яһап, юғары һөҙөмтәләр күрһәтте, - тиҙәр “Ағиҙел-Спутник“ компанияһының художество гимнастикаһы бүлеге тренерҙары Алина Рөстәмова һәм Анна Воробьева.
Турнирҙың мәртәбәле ҡунаҡтары араһында 2016 йылғы Олимпия чемпионкаһы Маргарита Мамун да булған. Ул бүләкләү тантанаһын үткәреүҙән тыш, үҫеп килгән быуынға оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәткән.
Ярышта “Ағиҙел-Спутник“ команда-һының иң йәш ҡатнашыусыһы 4 йәшлек Элеонора Дмитриева үҙенең төркөмөндә 1-се урынға сыға. 2012 йылғылар араһында Елизавета Долгова еңеүсе булып танылһа, Виктория Федянина көмөш призер. 2011 йылғы ҡыҙҙар араһында София Жданова икенсе урында, Султана Ишморатова өсөнсө.
Әйтергә кәрәк, Салауат спортсыһы Ева Булгакова (2011 йылғы) “Ҡышҡы мелодия - 2017“-нең иң сибәр ҡыҙы тип танылды.
Ҡыҙғанысҡа күрә, пьедесталда урындар күп булмай. Шулай ҙа Анастасия Самородованың сығышы сағыулығы, биҙәлеше менән башҡаларҙан айырылып тора. Шулай уҡ йәш гимнастка Камилла Мөхәмәҙиева ҙур турнирҙа лайыҡлы номер күрһәтә.
“Нефтехимик“ спорт һарайында спорт акробатикаһы буйынса Башҡортостан чемпионаты һәм беренселеге үтте. Турнир һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр Башҡортостан йыйылма командаһына һайлап алынып, Волга буйы федераль округы чемпионатына һәм беренселегенә барасаҡ.
Был ярышта беҙҙең республиканан 250 спортсы ҡатнашты. Шул иҫәптән “Ағиҙел-Спутник“ компанияһынан 24 спортсы төрлө разрядта сығыш яһаны.
- Беҙҙең залда ярыштарҙы тәүге тапҡыр үткәрмәйбеҙ. Тренерҙар ҙа, тәрбиәләнеүселәр ҙә турнирға ҙур байрам көткән кеүек әҙерләнде, - ти спорт акробатикаһы тренерҙары Римма Акулова һәм Мария Мельникова.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Виктория Петрова, Валерия Кузнецова һәм Арина Шленкина икенсе урынға сыҡһа, Юлия Гулина, Лада Пантелькина һәм Гөлназ Ишкина өсөнсөлә. Ә бына Айлина Ғәлиева, Әлиә Исламғолова, Анастасия Рогожина, Эльвина Ғөбәйҙуллина, Карина Фәхретдинова, Анастасия Кузнецова пье-десталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
Чемпионат сиктәрендә Евгения Виноградова, Мария Петрова һәм Диана Кобелькова беренсе урынға сығып, Башҡортостан йыйылма командаһына инде. Улар киләһе йылдың 8-12 ғинуарында Волга буйы Федераль округы чемпионатында ҡатнашасаҡ.