газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ноябрь 2017, 12:35

Тиңдәр араһында тиң булып…

Тормошобоҙҙа ниндәй генә кешеләр юҡ. Сәләмәтлектәре, физик мөмкинлектәре самалы булһа ла, уларҙағы рух ныҡлығын, маҡсатҡа ынтылыш, ихтыяр көсө, тормошҡа һөйөү һәм оптимизмды күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Улар араһында таланттар бик күп. Физик культура һәм спорт инвалидтарҙы реабилитациялауҙа мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Инвалидтарҙың спорт менән шөғөлләнеүе тормош әүҙемлегенең тотороҡло формаһы ла. “Триумф“ спорт мәктәбе асылғандан алып инвалидтар араһында сәләмәт тормош рәүешен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.

Учреждение 2008 йылдан алып эшләй.

Мәктәп директоры Фәнис Абдуллин әйтеүенсә, мәктәптең эше сәләмәтлектәре сикләнгән балалар һәм өлкәндәр менән бәйле. Терәү-хәрәкәт итеү аппараттары зарарланған, һаңғырауҙар һәм интеллектуаль тотҡарлыҡтары булған кешеләр менән 7 профессиональ белгес шөғөлләнә. Тренерҙар Тимофей Подпорин, Зинира Кибиткина, Винер Рәхимов, Артем Шангуров, Владимир Акшенцев, Борис Кузнецов, инструктор-методист Анжела Минһажева сәләмәтлектәре сикләнгән кешеләрҙе ҙур спортҡа ылыҡтыра. Улар инвалидтарҙың физик реабилитацияһы һәм социаль яраҡлашыуынан тыш, юғары спорт мастерҙарын әҙерләй, спорт ҡаҙаныштарына әйҙәй.

- 2014 йылда спорт мәктәбендә 24 инвалид шөғөлләнһә, быйыл 89 кеше. Әлеге көндә учреждениеға барлығы 359 бала, 20-ләп өлкәндәр йөрөй. Бүлектә терәү-хәрәкәт аппараттары зарарланғандар өсөн пауэрлифтинг, һаңғырауҙар, интеллектуаль тотҡар-лыҡтары булғандарға пулялы атыу һәм йөҙөү спорт төрҙәре эшләй. Әйтергә кәрәк, беҙҙең спортсылар ябай күнекмәләрҙән тыш, Бөтә Рәсәй, республика һәм ҡала ярыштарында әүҙем ҡатнашып, еңеүсе була, - ти Анжела Минһажева.

2017 йылда уҡтан атыу секцияһы спортсыһы Зинира Кибиткина Баш-ҡортостан чемпионатында спорт мастерына кандидат разрядын үтәй. Февралдә ул һәм Артем Шангуров терәү-хәрәкәт аппараттары зарарланғандар араһында уҡтан атыу буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урын ала. Пауэрлифтинг буйынса БР кубогы һәм чемпионатында Валерий Патрикеев, Сергей Бубнов һәм Сергей Таносов шәхси һәм команда беренселегендә 1-се урынға лайыҡ була. Уларҙың бөтә һынауҙарҙы еңеп, ҙур уңыштарға өлгәшеүе бар кешелә һоҡланыу тойғоһо уята.

2016 йылдың майында ҡала хакимиәтенең спорт комитеты ярҙамы менән өҫтәл теннисы, дартс, пауэрлифтинг, спорт туризмы, йылғанан ағыу, шахмат, шашка, гер спорты, штанга күтәреү буйынса Салауат инвалидтарының беренсе асыҡ комплекслы спартакиадаһы үтте.

Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас: