Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Ноябрь 2020, 14:08

Эшләү, дауаланыу һәм ял итеү өсөн шарттар булырға тейеш

Уҙған шәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең эшлекле сәфәре барышында Салауат ҡалаһына ла һуғылды. Ул нефть химияһы өлкәһендә тормошҡа ашырылыусы инвестицион проекттар, Ағиҙел буйын төҙөкләндереү һәм күп профилле дауаханалағы ремонт һөҙөмтәләре менән танышты.

Уңышлы проекттар
тәҡдим ителә
Салауат катализаторҙар заводы - 2019 йылда үҙенең 65 йыллығын билдәләгән алдынғы предприятиелар-ҙың береһе. Ул Рәсәйҙә нефть тармағы өсөн катализаторҙар һәм абсорбенттар етештереүсе иң ҙур завод. Унда сығарылған продукциялар ассортименты 70-тән ашыу һәм улар химия һәм металлургия кеүек сәнәғәт тармаҡтарынан алып, ауыл хужалығы өлкәһенә тиклем һорау менән ҡуллана.
2019 йылдың мартында “Инвест- сәғәт”тә заводтың генераль директоры Дмитрий Медведев 1,1 млрд һум күләмендәге инвестициялы онтаҡ силикагель производствоһын төҙөү проектын тәҡдим итә. Уның һүҙҙәренсә, был продукция етештереүсе ҡоролма-ларҙы сафҡа индереү Башҡортостан һәм Рәсәй иҡтисадының конкурентлыҡҡа һәләтлеген арттырасаҡ.
Завод майҙансығында Радий Хәбиров яңы производствоны ҡарап, уның артабаны үҫеш пландары хаҡында белеште. Дмитрий Медведев 2016 йылдан алып Салауат катализаторҙар заводының модернизацияға һәм производствоны киңәйтеүгә 1,5 млрд һум инвестиция йүнәлтеүе хаҡында белдерҙе. Был 200-гә яҡын яңы эш урыны булдырыуға мөмкинлек биргән.
Завод өсөн перспективалы йүнәлеш – ул аҙыҡ-түлек һәм агросәнәғәт комплексы өсөн инновацион продукция сығарыу. Мәҫәлән, Рәсәйҙең 40-тан ашыу предприятиеһы һыра етештереү өсөн стабилизаторҙы юғары баһалаған. Ә үҫемлектәрҙең үҫеүенә тәьҫир итеү-се регуляторҙы ҡулланыу тәжрибәһе томаттарҙың, картуфтың һәм башҡа тамыраҙыҡтарының уңышын 40 процентҡа арттырыуын күрһәткән.
Радий Хәбиров республиканың Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына Башҡортостан территорияһында эшләүсе һыра етештереүсе ойошмалар менән Салауатта сығарылған стабили-заторҙарҙы һатып алыуҙары тураһында, ә Ауыл хужалығы министрлығына төбәктең бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында үҫемлектәр уңышын арттырыу тәжрибәһен ҡулланып ҡарау хаҡында һөйләшеүҙәр алып барырға ҡушты.
Юл һалғанда сифатлыға өҫтөнлөк
“Битум” компанияһындағы өҫтөнлөклө проект – юл битумын һәм уны етештереү сеймалын һаҡлау өсөн терминаль-склад төҙөлөшө хаҡында “Салауат” гәзитенең үткән һанында яҙғайныҡ инде. Был проект 2020 йылдың авгусында “Инвестсәғәт”тә хуплау ала. Радий Хәбиров уның нисек ғәмәлгә ашырылыуы менән танышып былай тине:
- Был республика менән предприя-тие хеҙмәттәшлегенең яҡшы миҫалы. Былтыр беҙ бында булғанда, инвестор нефтешламдар менән тулған ер участ-каһын производствоны ойоштороу өсөн биреүҙәрен һораны. Ул бик тиҙ, бер йыл эсендә, барыһын да төҙөргә, объектҡа ярты миллиард һум инвестицияларға вәғәҙәләне. Һәм бына барыһы ла эшләнеүен күрәбеҙ.
2018 йылдан алып компания Superpave PG системаһы буйынса модификацияланған битум етештереүгә күсә. Был - асфальт составын транспорт йөкләмәләрен һәм климат шарттарын иҫәпкә алып проектлау өсөн инновацион технология. Ул юл япмаларының хеҙмәт итеү ваҡытын ярайһы уҡ оҙайта, ремонт сығымдарын кәметә.
Әммә 2020 йылда Башҡортостанда күләмле юл эштәре алып барылыу арҡаһында битум ҡулланыу артһа ла, модификацияланған битумды һатып алыу күләме кәмегән. Компания етәксеһе быны юлсыларҙың заманса продукцияны файҙаланыуҙы алдан, юлды ремонтлау һәм төҙөү проекты этабында уҡ хәстәрләмәүҙәре менән бәйләй. Радий Хәбиров яҡын арала үткәреләсәк “Транспорт сәғәте”ндә был һорауҙы күтәрергә ҡушты.
- “Битум” компанияһы менән улар битумдың яңы һөҙөмтәле төрҙәрен етештереүҙәре арҡаһында хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Сөнки беҙҙең өсөн юл төҙөлөшөнөң сифаты булыуы мөһим, - тине республика Башлығы. – Битум ҡулланыу республикала былтыр 20 процентҡа артҡан. Беҙ ҙур күләмдә юл төҙөлөшө эштәрен башҡарҙыҡ. Хә-ҙер юлсыларға Салауатта етештерел-гән заманса, сифатлы кимәлдәге битумдарҙы ҡулланыуҙы тәҡдим итәсәкбеҙ.
Эшләп еткермәү
һөҙөмтәһе
Салауатта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Ағиҙел буйын да ҡараны. Унда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы сиктәрендә йылға буйы төҙөкләндерелә. 2020 йылда был маҡсатҡа ҡала 129 млн һум аҡса алған, шул иҫәптән 120 млн һумы – федераль бюджеттан. Проект ике йылға иҫәпләнгән. Тәүгеһе сиктәрендә биләмәлә яҡтыртыу системаһы йыһазландырылған, амфитетар, сисенеп-кейенеү урындары, павильон ҡуйылған, йүгереү юлы, экобрусчатка һалынған, бәләкәй архитектур формалар ҡуйылған, асфальт түшәлгән, ағастар ултыртылған. Әммә подряд ойошмаһы эштәрҙе ваҡытында башҡарып өлгөрмәй. Сөнки 2020 йылдың май айында йылға ярын төҙөкләндереүгә конкурста “МегаТөҙөлөшМонтаж” тигән ойошма еңеп сыға. Тик ул контракт төҙөгәндән алып өс ай буйына йүнләп бер ниндәй ҙә эштәр башҡармай һәм билдәләнгән графиктан күпкә артта ҡала. Һөҙөмтәлә ҡала был ойошма менән контрактты өҙөп, яңынан конкурс иғлан итә. Хәҙер төҙөкләндереүҙе икенсе ойошма алып бара, ул эшкә сентябрҙә генә тотона.
Радий Хәбиров был хәлгә үтә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе, был ҡала етәкселегенең һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының эшләп еткермәү һөҙөмтәһе тип тәнҡитләне.
Ағиҙел йылғаһы буйын төҙөкләнде-реүҙең икенсе этабын 2021 йылда томошҡа ашырыу планлаштырылған. Бының өсөн 53 млн һум бүленәсәк.
Киләһе этап –
хирургия корпусы
Ҡаланың күп профилле дауахана-һының ремонланған алты ҡатлы корпусын ҡарап сыҡҡандан һуң, респуб-лика етәксеһе медицина учрежде-ниеһының кадрҙар менән ни кимәлдә тәьмин ителеүе менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ ул республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауахананың артабанғы үҫеше, хирургия корпусын ремонтлау йәки төҙөкләндереү тәҡдимдәрен ҡарай башларға ҡушты.
Читайте нас: