газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Ғинуар 2020, 10:49

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләп эшләнә

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Башинформ” агентлығында уҙғарған матбуғат конференцияһында үткән йылға йомғаҡ яһаны, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Депутат белдереүенсә, Дәүләт Думаһы былтыр 530 закон ҡабул иткән, уларҙың 200-ҙән ашыуы көҙгө сессияға тура килгән. Әле 1179 закон проек-ты ҡарауҙа булһа, уларҙың 269-ы беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән, өс закон – икенсе уҡыуҙан. Зариф Байғусҡаров үҙе 59 закон проектын алып бара. Былтыр уға бөтәһе 913 граждан мөрәжәғәт иткән, үҙе урындарға 42 тапҡыр сығып, халыҡты ҡабул итеү ойошторған, 500-ҙән ашыу кеше төрлө мәсьәләгә бәйле ярҙам һораған.
Зариф Закир улы тәүҙә былтыр ҡабул ителгән закон-дарға туҡталды. Мәҫәлән, Һалым, Граждан кодекста-рына индерелгән үҙгәреш-тәр, йорт төҙөүҙә ҡатнашҡан өлөшселәргә, микрозайм алыусыларға, тәбиғи бай-лыҡтарҙы урлауға, ауыл клуб-тарына, ипотека каникул-дарына ҡағылышлы һәм башҡа бихисап закондар халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау ниәтенән сығып ҡабул ителгән. Зариф Байғусҡаров - йәмәғәтселек өсөн хәүеф тыуҙырған проблемаларҙы күреп, тәүгеләрҙән булып заң һуға башлаған депутаттарҙың береһе. Был осрашыуҙа ла ул ошо эшмәкәрлеген миҫалдар менән дәлилләне. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ юлдар” проектының кураторы булараҡ, иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәр арҡаһында башҡа кешеләр һәләк булған осраҡта язаны көсәйтеү тураһындағы закон проектын тулыһынса яҡлауын белдерҙе. Шулай уҡ айнытҡыстар хеҙмәтен тергеҙеү, законһыҙ рәүештә суррогат һатыуға ҡаршы, алкоголизмдан дауалау, ғаиләлә көс ҡулланыу, бөтә, хатта төпкөл ауылдарҙы элемтәле итеү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса закон проекттары әҙерләнеүе хаҡында хәбәр итте.
“Һайлаусыларҙың бөтә һорауҙарын да хәл итеп булманы, беҙ закон буйынса эшләйбеҙ. Иң мөһиме - кешеләр менән эшләү исем өсөн генә булмаһын, сөнки ҡайһы саҡта улар беҙгә иң һуңғы инстанцияға мөрәжәғәт иткән кеүек килә, беҙҙең бурыс - ярҙам итеү”, - тип белдерҙе халыҡ вәкиле.
Зариф Байғусҡаровҡа 2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде, һеҙ Дәүләт Думаһында туған телдәр буйынса бер нисә тапҡыр сығыш яһанығыҙ, быйыл ошо юҫыҡта эште дауам итерһегеҙме, тигән һорау бирелгәс, ул былай тип яуап бирҙе:
- Туған телде һаҡларға кәрәк. Мин Думала сығыш яһағандан һуң да был мәсьәлә шау-шыу тыуҙырҙы. Шул уҡ ваҡытта туған телгә һөйөү иң беренсе сиратта ғаиләлә һалынырға тейеш, тип уйлайым. Минең ҡыҙым да, улым да ҡала мөхитендә тәрбиәләнде, ҡыҙым 39-сы ябай мәктәптә уҡыны. Икеһе лә матур итеп башҡортса һөйләшә. Шулай уҡ дәүләт кимәлендә лә был мәсьәләне көйләү буйынса эштәр башҡарыла. Төбәктәрҙә туған телде уҡытыуҙың берҙәм концепцияһын булдырыу, туған тел әсбаптарын ФГОС-ҡа индереп, уларҙы бюджеттан финанслау кеүек һорауҙар хәл ителде, - тине Зариф Закир улы һәм республикалағы ҡайһы бер чиновниктарҙың был мәсьәләгә һүлпән ҡарауын тәнҡитләне. Шулай уҡ халыҡ депутаты милли матбуғаттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн гәзит-журналдарға яҙҙырыу ойошторолоуын да билдәләп үтте. Мәҫәлән, быйылғы йылға 198 мең һумға 258 дана баҫма яҙҙырылған һәм улар аҙ тәьмин ителгән граждандарға, пенсионерҙарға таратыла.
- Беҙ быйыл тиражы әҙ булған гәзиттәргә ярҙам итеү маҡсатынан бүләктәр булдырҙыҡ. Салауат ҡалаһы-нан “Салауат” һәм Сибай ҡала-һынан “Атайсал” гәзиттәренә яҙылыусылар араһында приздар уйнаттыҡ. Салауат ҡалаһынан башҡорт гәзитенә яҙылып, бүләк отоусылар бөгөн Өфөгә килде һәм беҙ уларҙы ҡотлайбыҙ, - тип Римма Мәжитова менән Дәриға Ҡорбанғалиеваны бүләкләне. Шулай уҡ Зариф Байғусҡаров 2019 йылда парламент эшмәкәрлеген әүҙем яҡтырт-ҡан журналистарға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Читайте нас: