газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Июнь 2019, 11:03

Милли проекттар халыҡ тормошон яҡшыртырға тейеш

Алты йыл дауамында дәүләт ил граждандары-ның тормошон яҡшыртыу маҡсатында 28 трил-лион һум аҡса, Башҡортостан иһә 175,1 млрд һум бүлә. Иң мөһиме, РФ Президенты Владимир Путин белдереүенсә, был аҡсалар ҡалаларҙа, ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың ысынлап та тормошон яҡшыртырға тейеш. Был йәһәттән йәмғеһе 12 йүнәлеш буйынса эш алып барыла: һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, юлдар, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе эшҡыуарлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм экспорт, магистраль инфраструктура. Уларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып үтәйек.

Һаулыҡ һаҡлау

4,9 миллиард һум йөрәк өйәнәге, яман шеш менән көрәшкә, мотлаҡ медицина страховкалауы иҫәбенә ЭКО уҙғарыу, яңы балалар поликлиникалары төҙөүгә тотоноласаҡ. Был өлкәгә алты йылда 16,4 миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған.

Белем биреү

Киләһе алты йылда 17,5 млрд һум (2019 йылда 4,9 млрд һум) ярҙамында заманса мәктәптәр төҙөүгә, уңышлы уҡыусылар, уҡытыусылар әҙерләүгә тотоноласаҡ.

Уңайлы ҡала мөхите

Торлаҡ төҙөлөшө күләмен 1,5 ярым тапҡырға арттырырға (йылына 2,3 -тән алып 3,7 млн кв. метрға тиклем). Республика етәксеһе Радий Хәбиров был бурыстар амбициялы, әммә маҡсатҡа ирешерлек, тип билдәләй. Шуның менән республикала 135 мең квадрат метрҙан да кәм булмаған социаль торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусылар һанын 4500-ҙән 9000-гә тиклем ике тапҡырға арттырыу ҡарала. Авария хәлендәге дөйөм майҙаны 22,9 мең квадрат метр торлаҡта йәшәүселәрҙе күсерәсәктәр.

Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 33,4 миллиард һумға юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. 9,4 миллиард һумы - федераль бюджеттан, 24 миллиарды берләштерелгән республика ҡаҙнаһынан бүленә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһенән һалынған «Өфө-Ырымбур» Р-240 автомобиль юлы 4 полосаға тиклем киңәйтелеп яңыртылып ҡороласаҡ. Быйыл йыш авариялар осраған урындарға ҡағиҙәләрҙе теркәүсе 430 стационар фото-видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Юл-транспорт ҡорбандарының һаны 2017 йылға ҡарата өс тапҡырға түбәнәйергә тейеш.

Һанлы иҡтисад

2024 йылға тиклем республикала 1200 мәктәп, колледж һәм лицей, 2060-тан ашыу фельдшер-акушер пункттары, 280-гә яҡын биләмә хакимиәттәре киң форматлы интернетҡа тоташтырыласаҡ.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ

Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны 1,3 тапҡырға, йәғни эшҡыуарҙарҙың һаны 2024 йылға тиклем 19-ҙан 25 миллионға тиклем артырға тейеш. Ошо көндәрҙә республикала «Минең бизнес» эшҡыуарҙар үҙәге асылды, был күп функциялы үҙәккә һәр теләгән кешегә мөрәжәғәт итеп, үҙенең бизнесын үҫтереүгә ҡағылышлы мәғлүмәт алырға мөмкин. Ошонда уҡ “Киләсәк фабрикаһы” коворкинг үҙәге урынлашҡан. Уның маҡсаты - төрлө кимәлдәге белемле эшҡыуарҙарҙы берләштереү. Йүнселдәр үҙәктә тәжрибәһе, идеялары менән уртаҡлаша ала. 2024 йылға республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары өлкәһендә эшләүселәр 18 мең кешегә тиклем етергә тейеш.

Экология

2024 йылға Рәсәйҙә законһыҙ сүплектәр бөтөрөлөргә һәм сүп-сар ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. 2019 йылда Башҡортостанда 16 сүплекте юҡҡа сығарасаҡтар. БР Экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала ҡалдыҡты эшкәртеү өсөн яңы сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстарын проектлайҙар. Һыу сифатын яҡшыртыу, эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау һәм модернизациялау өсөн Башҡортостан беренсе тапҡыр 4,2 млрд һум күләмендә аҡса аласаҡ. Башҡортостан властары урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн махсус техника һатып алырға 2024 йылға 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүләсәк.


Читайте нас: