Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте”нә ярашлы Салауат ҡалаһы һәм Илеш районы башлыҡтары һәм менән осрашты.
Һөйләшеүҙә муниципа-литеттарҙың социаль-иҡти-сади торошо, биләмә-ләрҙе үҫтереү, алдынғы инвестиция проекттары, төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.
Салауат хакимиәте башлығы Динар Хәлилов ҡала иҡтисадын төрлөләндереү тураһында һөйләне. Ҡалала урынлашҡан сәнәғәт майҙансыҡтарына ҙур инвесторҙар, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес ҡыҙыҡһыныу белдергән. Эшҡыуарҙарҙың проекттары буйынса муниципаль кимәлдә үткәрелгән “Инвестиция сәғәте”ндә даими фекер алышына.
Шулай уҡ Салауаттағы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларының матди хәлен нығытыу мөмкинлектәре ҡаралды.
- Радий Фарит улы минән ҡала тормошоноң барлыҡ өлкәләрендәге хәлдәр тураһында ентекле һорашты. Шунда уҡ профиль министрлыҡтарға дауалау һәм мәғариф учреждениеларына ярҙам күрһәтеү буйынса йөкләмәләр бирҙе. Ҡаланың бюджет тәьминәте һорауын яңынан ҡарарға ҡушты, - тип яҙҙы осрашыуҙан һуң үҙенең сәхифәһендә ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов.