Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Сентябрь 2018, 11:23

Депутаттарға ышаныс ҙур

Үткән йәкшәмбе республика-быҙҙа мөһим сәйәси ваҡиға - Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлауы үтте. Был сарала республика яҙмышына битараф булмаған Салауат ҡалаһы халҡы ла бик әүҙем ҡатнашты.

592-се һайлау участкаһы был мөһим көнгә ғәҙәттәгесә бик етди әҙерләнгән.

- Беҙҙең биләмәлә бөтәһе 1945 һайлаусы теркәлгән. Уларға һайлау алдынан саҡырыуҙар тараттыҡ. Бөтәһе лә быны аңлап ҡабул итте. Иртән айырыуса ололар, төштән һуң йәштәр ағыла башлай. Һайлауҙар ябай халыҡ өсөн сәйәси ваҡиға ғына түгел, күптәр өсөн осрашыу, аралашыу һәм үҙенә күрә байрам да, - ти участка рәйесе Гөлнара Мартынова.

19-сы мәктәп директоры Татьяна Дятлова әйтеүенсә, был көндө бөтә һайлау участкаларында ла төрлө саралар, асыҡ ишектәр һәм спорт ярыштары ойошторолдо. Мәктәптә өҫтәмә белем биреү педагогы «Ҡәһүәлә төшөр» оҫталыҡ дәресе үткәрһә, Сәнғәт үҙәге тәрбиәләнеүселәренең «Беҙҙең бәхетле бала саҡ» исемле күргәҙмәһе ҡуйылды. «Яҡшы кәйеф» концерт программаһы ла халыҡҡа оҡшаны, байрам кәйефе өҫтәне.

Апалы-һеңлеле Тамара һәм Лидия Никитичналар иң беренселәрҙән булып һайлауға килгән.

- Икебеҙ ҙә хаҡлы ялда булһаҡ та, пенсия әҙ булыу сәбәпле эшләп йөрөйбөҙ. Республиканың юғары закондар сығарыу органына һайланған депутаттарҙан яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр генә көтәбеҙ, - ти улар.


Салауат ҡалаһы буйынса алтын-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлау һөҙөмтәләре


20-се Сәнәғәт һайлау участкаһы

Исемлектә 51858 һайлаусы, уларҙың 23535-е тауыш биргән (45,42 процент)

Кандидаттар йыйған тауыштар:

Дмитрий Гребенчук - 1154 (4,9%), Оксана Ерофеева - 2808 (11,92%), Айрат Кәримов - 10288 (43,68 %), Лена Кәримова - 1257 (5,34%), Иван Лепетуха - 2384 (10,12%), Игорь Семенов - 5173 (21,96%).

20-се Сәнәғәт һайлау участкаһынан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат итеп Айрат Кәримов һайланды.


21-се Быяла заводы һайлау участкаһы

Исемлектә 55355 һайлаусы, уларҙың 25860-ы тауыш биргән (46,72 процент)

Кандидаттар йыйған тауыштар:

Фидан Ғиниәтуллин - 5766 (22,40%), Павел Осинский - 3534 (13,73%), Хәлил Рәхимов - 14698 (57,10%), Иван Совин - 1142 (4,44%).

21-се Быяла заводы һайлау участкаһы-нан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депу-тат итеп Хәлил Рәхимов һайланды.


Читайте нас: