Владимир Путин пенсия реформаһын йомшартырға тейешле саралар тәҡдим итте:
1. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия йәше ир-егеттәргә ҡарағанда күберәккә артмаҫҡа тейеш. Шуға күрә президент ҡатын-ҡыҙҙарға закон проектында тәҡдим ителгән пенсия йәшен арттырыуҙы һигеҙ йылдан биш йылға тиклем кәметергә кәрәк тип иҫәпләй. Ҡатын-ҡыҙҙар – 60, ир-егеттәр 65 йәштә хаҡлы ялға сыға.
2. Күп балалы әсәләр ваҡытынан алда пенсияға сыға. Өс балаһы булһа, ул өс йылға алдараҡ хаҡлы ялға китә ала. Дүрт балаһы бар икән, дүрт йылға иртәрәк. Биш һәм унан күберәк балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн барыһы ла хәҙергесә ҡала, улар 50 йәштә пенсияға сығырға хоҡуҡлы.
3. Иҫке ҡануниәт буйынса алдағы ике йылда хаҡлы ялға сығырға тейешле граждандарға махсус льготаларҡаралған. Улар пенсияны яңы пенсия йәшенән алты айға алдараҡ юллай ала.
4. Пенсия алды йәшендәгеләрҙе яҡлаусы өҫтәмә гарантиялар. Хәҙер пенсия алды йәше хаҡлы ялға сығыу ваҡытына тиклем биш йыл ҡалғас башлана. Пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатҡан, шулай уҡ йәшенә ҡарап эшкә алыуҙан баш тартҡан өсөн эш биреүселәргә административ һәм хатта енәйәт яуаплылығы ҡарала.
5. Пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләме ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа — хәҙерге кеүек 4 мең 900 һумдан 2019 йылдың 1 ғинуарынан 11 мең 280 һумға тиклем — арттырыла һәм ошондай түләү осорон бер йылда билдәләргә.
6. Пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәргә бушлай диспансерлаштырыуға ике көн бирелә, был көндәрҙәге эш хаҡы һаҡлана.
7. Шахтерҙарға, эҫе цехтарҙа, химия производствоһында эшләүселәргә, чернобылселәргә, башҡа категорияларға пенсияға сығыу буйынса льготаларҙы һаҡлау. Себерҙәге аҙ һанлы халыҡтар өсөн дә хәҙерге пенсия йәше һаҡлана.
8. Ауыл халҡына льготалар. Ауылда эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсияһының билдәләнгән күләменә 25 процент өҫтәмә. Улар – ауыл хужалығындда 30 йылдан күберәк стажы булған кешеләр.
9. Ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн стаж кәмей. Ҡатын-ҡыҙҙарға – 37, ә ирҙәр өсөн 42 йылға тиклем.
10. 2018 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр ғәмәлдә булған барлыҡ федераль льготалар пенсия сиистемаһында үҙгәртеп ҡороуҙар тамамланғансы һаҡлана.
Владимир Путиндың тәҡдимдәре закон проектына төҙәтмәләр булараҡ ҡарала һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Дәүләт Думаһына индерелә.
Белешмә. 2018 йылдың 16 июнендә Хөкүмәт Дәүләт Думаһына пенсия системаһында үҙгәрештәр тураһында закон проектын индерҙе. 19 июлдә уны ил парламенты тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Уның төп маҡсаты — пенсия системаһының финанс тотороҡлоғон тәьмин итеү.