газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Июнь 2018, 12:22

Көҙгө кампанияға әҙерлек

3 июндә көҙгө һайлауға әҙерлек сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар һайлау буйынса партия эсендә алдан тауыш биреү үткәрҙе. Республика буйынса төрлө район һәм ҡалаларҙа 662 һайлау участкаһы эшләне. Салауаттар был көндө 11 иҫәп участкаһында тауыш бирҙе. Бының өсөн 3-сө, 2-се кадет, 11-се, 7-се, 15-се, 17-се, 24-се, 19-сы, 4-се мәктәптәрҙә, 25-се башҡорт гимназияһында һәм Губкин урамындағы дөйөм ятаҡта комиссиялар эшләне.

Көндөң болотло, өҫтән ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, 4-се мәктәптә урынлашҡан 10-сы иҫәп участкаһында иртәнге сәғәттәргә үк тиҫтәнән ашыу кеше үҙ тауышын биреп киткәйне. Был участок ҙур майҙанды үҙ эсенә ала. Бында 10817 кеше иҫәпләнә. Праймериз үткәреү өсөн ғәҙәти 5 һайлау участкаһы берләштерелгән. Иҫәп комиссияһында 5 кеше эшләй ине. Был көндө ҡала ирекмәндәре лә активлыҡ күрһәтте. Улар һайлауға килеүселәрҙең алдан интернеттан тауыш биреү-бирмәүен тикшерҙе.

Салауат ҡалаһының 10-сы иҫәп участкаһы рәйесе Жанна Ельченко:

- Бөгөнгө сара “Берҙәм Рәсәй” партияһы өсөн генә түгел, ҡала халҡы өсөн дә тантаналы, әһәмиәтле, - ти. - Сөнки бөгөн сәйәси партияның ҡалалағы бүлексәһенең лидерҙары билдәләнә. Халыҡ республика кимәлендә үҙҙәрен яҡларҙай, ҡала һәм барыһы өсөн дә актуаль проблемаларҙы күтәрерҙәй, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыға ынтылған кандидаттарҙы һайлай. Праймериз тағы ла нимәһе менән ҡыҙыҡлы: һайлаусы бер генә кандидат өсөн түгел, бер нисә кеше өсөн тауыш бирә. Ошонан сығып кандидаттарҙың рейтингы билдәләнә. Беләм: салауаттар Башҡортостан, ҡала киләсәгенә битараф түгел. Улар төбәгебеҙҙең сәскә атыуы өсөн тырышып эшләй, шулай уҡ ҡаланан лайыҡлы кандидаттар һайланыуына өмөт итә.

10-сы иҫәп участкаһында “Берҙәм Рәсәй”ҙең ҡала бүлегенән 10 кандидаттың исеме тәҡдим ителгәйне. Жанна Анатольевна билдәләүенсә, улар араһында төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре, Ҡоролтайҙа эш тәжрибәһе булғандар ҙа бар, йәштәр ҙә бихисап. Уларҙың барыһы ла йәмәғәт эштәрендә лә, сәйәси яҡтан да актив.

Салауат хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының ҡала бүлегенән төбәк парламентына депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн тауыш бирергә тап ошо 10-сы иҫәп участкаһына килде. Ул праймериздың әһәмиәтен, тәү сиратта кемдәр сентябрҙә һайлауҙа ҡатнаша - шуларға баһа биреү, тип билдәләне.

- Был - партияның мөһим проекты. Тауыш биреү барышында 9 сентябрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауында кандидат булараҡ ҡатнашыусылар билдәләнә. Салауаттар үҙҙәренең мәнфәғәттәрен яҡларҙай кешеләр өсөн тауыш бирә. Мин бюллетендә ике лайыҡлы кандидатты билдәләнем. Почетлы депутат исеме менән маһайып йөрөмәгән, ә ысынлап та ҡала һәм уның халҡы өсөн эшләрҙәй кешеләрҙе һайланым, - тине ул.

Салауат ҡалаһынан БР Дәүләт Йыйы-лышы-Ҡоролтайға ике һайлау округы буйынса үтәсәк: 20-се сәнәғәт һәм 21-се быяла заводы һайлау участкалары. Унда “Берҙәм Рәсәй”ҙең ҡала бүлеге праймериз һөҙөмтәләре буйынса иң күп тауыш йыйған дәғүәселәрҙе кандидаттар исемлегенә индерәсәк.


Читайте нас: