газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Ғинуар 2018, 12:55

Дәүләт хеҙмәтенә урынлашыу еңелләшмәксе

Башҡортостанда дәүләт гражданлыҡ һәм муниципаль хеҙмәт вазифаларын биләү өсөн дәүләт хеҙмәте йәки һөнәр буйынса эш стажына талаптарҙы йомшартыу күҙаллана. 25 ғинуарҙа Баш-ҡортостан Дәүләт Йыйы-лышының пленар ултыры-шында депутаттар ике закон проектын ҡарарға ниәтләй.

Башҡортостанда дәүләт гражданлыҡ һәм муниципаль хеҙмәт вазифаларын биләү өсөн дәүләт хеҙмәте йәки һөнәр буйынса эш стажына талаптарҙы йомшартыу күҙаллана. 25 ғинуарҙа Баш-ҡортостан Дәүләт Йыйы-лышының пленар ултыры-шында депутаттар ике закон проектын ҡарарға ниәтләй.

Уҙған йылдың октябрь айында дәүләт башлығы федераль дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифалары өсөн талаптарҙы йомшартты. Ошоға оҡшаш үҙгәрештәр төбәк кимәлендә ҡабул ителә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр парла-менттың матбуғат хеҙмәтендә.

Үҙгәрештәр стаж буйынса түбәндәге талаптарҙы билдә-ләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтендәге юғары вазифалар өсөн - дәүләт гражданлыҡ йәки муниципаль хеҙмәт йәки һөнәр буйынса дүрт йылдан кәм булмаған эш стажы (бынан алда алты йәки ете йыл ине). Төп вазифалар өсөн - дәүләт гражданлыҡ йәки муниципаль хеҙмәт йәки һөнәр буйынса ике йылдан кәм булмаған эш стажы (бынан алда дүрт йәки биш йыл булды). Әйҙәүсе, өлкән һәм бәләкәй вазифалар өсөн стажға талаптар юҡ. Муниципаль хеҙмәт өсөн дә шундай уҡ үҙгәрештәр ҡаралған.

- Дәүләт гражданлыҡ һәм муниципаль хеҙмәт өлкәһендәге ҡаты сикләүҙәр арҡаһында лайыҡлы кандидатураларҙы һайлап алыу ҡатмарлы булды. Йыш ҡына шулай килеп сыҡты: кеше һөнәри сифаттары буйынса бөтә яҡлап та әлеге вазифаға тап килә, ләкин формаль сәбәптәр арҡаһында уға тәғә-йенләнә алмай. Һөҙөмтәлә административ сектор юғары квалификациялы етәкселәрҙе һәм белгестәрҙе юғалта, - тип аңлатма бирә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Төбәк парламенты спикеры һүҙҙәренсә, дәүләт йәки муни-ципаль хеҙмәттә эшләү өсөн йәштәрҙең ошо өлкәлә эш тәжри-бәһе булырға тейеш тигән талап яңы кадрҙар алыуҙа ҡаршылыҡ-тар тыуҙырҙы. Стаж буйынса талаптарҙың йомшартылыуы кадрҙарҙы яңыртырға, дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһенә һәләтле юристарҙы, иҡтисадсыларҙы, IT-технолог-тарҙы һәм башҡа белгестәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: