газета "Салауат"
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ғинуар 2018, 13:09

Тырыштарға - дәүләт наградалары

Дандың төбө - хөрмәт, хөрмәт төбө - хеҙмәт, тиҙәр. Һөнәрен яратҡан, тырыш кешеләрҙең көндәлек эше дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмай. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән баһалана. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Юғары баһаға лайыҡ булыусылар араһында етәкселәр, ябай эшселәр, нефтселәр, уҡытыусылар, сәнғәт вәкилдәре бар. Барлығы 53 хеҙмәт алдынғыһы бүләкләнде. Уларҙы ҡотлағанда төрлө тармаҡтарҙа эшләһәгеҙ ҙә һеҙҙе һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ һәм хеҙмәткә тоғролоҡ кеүек күркәм сифаттар берләштерә, тине Рөстәм Хәмитов. Шулай уҡ ул республиканың 2017 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлауын, киләсәккә лә өмөтлө пландар менән алға атлауын һәм уңыштарҙың нигеҙендә хеҙмәткәрҙәрҙең тырыш, тынғыһыҙ хеҙмәте тороуын билдәләп үтте.

Башҡортостан Башлығы ҡулынан награда алыусылар араһында ҡалабыҙ вәкилдәре лә бар. Салауат ТЭЦ-ының ҡаҙан-турбина цехының турбина бүлегендә өлкән машинист булып эшләүсе Әхәт Мозафаровҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Бөтә ғүмерен ошо тармаҡҡа арнаған, һөнәри оҫталығы менән күптәргә өлгө булған һәм коллективында хөрмәт ҡаҙанған кеше ул. Өфө ТЭЦ-2 предприятиеһының директоры Алексей Красновҡа Рәсәй Президенты указы менән “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы” исеме бирелде. Ул 2004-2008 йылдарҙа ҡалабыҙҙың Яңы-Салауат ТЭЦ-ын етәкләне.

Читайте нас: