Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Декабрь 2017, 11:15

Башҡарылған эштәрҙән яңы бурыстарға

«Ҡала мөхите» - ул ихаталарҙы тәртипкә килтереү, ял зоналарын уңайлы итеү, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡороуға йүнәлтелгән өҫтөнлөклө, күләмле проект. Республикала федераль һәм төбәк бюджетынан ошо маҡсатҡа быйыл 1 млрд һумдан ашыу аҡса бүленгән. Салауатта был программа буйынса 41 урын төҙөкләндерелгән: «Ағиҙел» мәҙәниәт һәм ял үҙәге артындағы сквер һәм 40 йорт алды биләмәһе. Киләһе йылдарҙа проект ҡала өсөн ниндәй мөмкинлектәр тыуҙыра, салауаттар башланғысы менән ҡайһы урамдар, аллеялар яңырасаҡ, тигән һорауҙар буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеү уҙҙы ошо көндәрҙә.

Ҡала хакимиәте башлығы урын-баҫары Талип Кәлимуллин билдәләүен-сә, 2017 йылға «Ҡала мөхите» про-граммаһына ингән эштәрҙең күбеһе тамамланған. 85 млн һумға яҡын аҡса үҙләштерелгән.

- Беҙҙең алда хәҙер 2018-2022 йылдарға «Заманса ҡала мөхите», «Ихата биләмәләре» программаларын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу бурысы тора. Уларҙы һөҙөмтәле итеп башҡарыу өсөн ҡала халҡының ҡатнашлығы кәрәк. Салауаттар иң тәү сиратта төҙөкләндерелеү талап ителгән урындарҙы билдәләп, үҙ һүҙен әйтергә тейеш, - тине Талип Мәҡсүм улы.

Ҡала хужалығы идаралығы белгесе Юлия Евдокимова 2018 һәм унан һуңғы йылдарға «Ҡала мөхите» программаһы буйынса ремонтланасаҡ, матурланасаҡ урындарҙың исемлеге һәм унда билдәләнгән эштәр менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, киләһе йылда Салауатҡа бының өсөн 39 млн 883 мең һум бүлеү ҡаралған.

Төҙөкләндереләсәк тәүге объект - ул Октябрь урамы киҫелешенән алып С.Юлаев бульвары киҫелешенә тиклем-ге Ленин урамындағы аллеялар. Дөйөм майҙан - 76 600 квадрат метр. Унда тротуар плиткалары һалыу, күп йыллыҡ сәскәләр менән түтәлдәр ултыртыу, ҡоймалар, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, фонар-ҙар ҡуйыу, айырым велосипед юлын һалыу планлаштырылған.

Икенсе объект - ҡала дауаханаһы алды, йәғни Губкин урамының С.Юлаев бульвары киҫелешенән алып Ленинград урамы киҫелешенә тиклемге өлөшө. Майҙаны - 18 мең квадрат метр. Бында шулай уҡ йәйәүлеләр, велосипедсылар өсөн асфальт юл һалынасаҡ, яҡтыртыу, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ултыр-тыу, автомобиль туҡталҡаһын булдырыу ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмаған.

Өсөнсө объект - 66 мең квадрат майҙанлы «Октябрь» кинотеатры ар-тындағы сквер. Ул дүрт зонаға: балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтарына, пассив ял һәм йәйәүләп йөрөү зоналарына бүленәсәк.

Дүртенсе объект - Шишмә урамындағы Совет урамы киҫелешенән алып Пархоменко урамы киҫелешенә тиклемге биләмә. 10 мең квадрат майҙандағы эштәр эсенә лә тротуар, велосипед юлдарын һалыу, яҡтыртыу, эскәмйәләр ҡуйыу инә.

Бишенсе объект - Матросов бульварындағы сквер (Беренсе май урамынан алып Чапаев урамына тиклем). 19 700 квадрат метр майҙанда юл һалыу, эскәмйәләр ҡуйыуҙан тыш, герой һәйкәле янын декоратив таштар менән матурлау ҡаралған. Шулай уҡ ЗАГС янында фотоға төшөү өсөн “мөхәббәт ағасы”, “ғашиҡтар эскәмйәһе”, “һөйгән-дәр күпере” менән йыһазландырылған махсус урын булдырыласаҡ.

«Ҡала мөхите» программаһы буйынса 2019-2022 йылдарға ниндәй эштәр планлаштырыла һәм ҡала власы вәкилдәренең халыҡ һорауҙарына яуаптары тураһында киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ.

Читайте нас: