газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
20 Ноябрь 2020, 12:34

Өҫтөнлөклө проекттар - ғәмәлдә

Рәсәйҙәге тәүге онтаҡ силикагель һәм битум һаҡлау өсөн терминаль-склад комплексы - Салауатта эре инвестицион проекттар торошҡа ашырыла.

Коронавирус пандемияһы Башҡор-тостанда планлаштырылған инвести-ция проекттарын ғәмәлгә ашырыуға кәртә ҡуя алманы. Ошо көндәрҙә Салауат катализатор заводында онтаҡ силикагель производствоһын эшләтеп ебәрҙеләр. Был ҡала, республика өсөн генә түгел, ил өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки быға тиклем силикагелде сит илдән һатып алырға тура килә, Салауат производствоһы Рәсәй өсөн тәүгеһе.
Силикагель артыҡ дымды һеңдереү өсөн тәғәйенләнгән. Бесәй яратыусылар силикагелле тултыр-маны яҡшы белә, шулай уҡ был адсорбентлы ҡаптар аяҡ-кейеме һауыттарына ла һалына. Уның ҡулланыу даирәһе киң. Онтаҡ силикагель аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә лә файҙаланыла, айырыуса һыра әҙерләү заводтарында ултырмаларҙы фильтрлау һәм тотоп ҡалыу өсөн. Салауат катализатор заводында силикагелдең унға яҡын төрө етештерелә һәм улар иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һорау менән ҡуллана.
Салауат катализатор заводының генераль директоры Дмитрий Медведев һүҙҙәре буйынса, производсто эшләй башлағансы биш йыл буйына лабораторияларҙа эш алып барылған һәм пилот производство эшләтеп ҡаралған, унда бөтә сығанаҡ мәғлүмәттәр алынып, проекттың нигеҙенә һалынған. Хәҙер завод силикагелдең бөтә төп төрҙәрен етештерә ала.
Силикагель етештереү буйынса инвестицион проект Санкт-Петер-бургтағы халыҡ-ара иҡтисади фору-мында өҫтөнлөклөләр иҫәбенә инде-релә. Уны тормошҡа ашырыуға 500 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. 2021 йылда заводта производство күләмен арттырыу планлаштырыла.
Беҙҙең ҡалаға ҡағылышлы тағы ла бер мөһим инвестиция проекты – ул битумды һаҡлау өсөн терминаль-склад компексын төҙөү. Проектҡа инвестициялар күләме – 460 млн һум. Салауат “Битум” производствоһы юл төҙөлөшөндә ҡулланыу өсөн етештергән битум махсус майҙансыҡтағы һәр береһе 5 мең куб метр һыйҙырышлы 12 резервуарға урынлаштырыласаҡ.
- Беҙҙең предприятиеның ҡеүәте 100 мең тонна һаҡлауға мөмкинлек бирә, ҡеүәтте 160 мең тоннаға тиклем арттырабыҙ, - тип асыҡлыҡ индерә “Битум” яуаплылығы сиклән-гән йәмғиәт идарасыһы Дмитрий Донцов. Шулай уҡ ул проекттың Башҡортостан Республикаһы буйынса өҫтөнлөклөләр иҫәбенә инеүен һәм һалым ташламаларына хоҡуҡлы булыуын билдәләй.
Быйыл битумға һорау күп булғанға күрә, Салауатта уны тик тикшерелгән партнерҙарға ғына тейәп ебәргәндәр. Предприятие етәксеһе һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, резервуарҙар күләмен арттырыу битумға хаҡтың тотороҡлолоғон һаҡлауға ярҙам итәсәк, ҡышын күберәк етештереп, йәйен арзаныраҡҡа һатып буласаҡ. “Хәүефһеҙ һәм сифтлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән Башҡортостандың юл хужалығы һәр хәлдә битум менән тулы кимәлдә тәьмин ителәсәк.
Читайте нас: