газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
18 Сентябрь 2020, 15:28

Экологик яҡтан иң таҙаһы

15 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Газ. Нефть. Технологиялар» Рәсәй нефть-газ химияһы форумын һәм махсус күргәҙмәне асыу тантанаһында видеобәйләнеш аша «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендәге яңы водород производствоһын эшләтеп ебәреүгә старт бирҙе.

Заманса ҡоролма компанияның нефть эшкәртеү заводын яңыртыу буйынса масштаблы программа сиктә-рендә төҙөлгән. Уны сафҡа индереү Евро-5 экологик стандартындағы юғары сифатлы яғыулыҡ сығарыуға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмәне асҡанда нефть-газ химияһы тармағы хеҙмәткәрҙәренә, пандемияға ҡарамаҫтан, үҙ эшен бер минутҡа ла туҡтатмауы өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Улар беҙҙең иҡтисадтың үҫешен тәьмин итте, беҙҙең йорттарға йылылыҡ һәм энергия ебәрҙе. Хәҙер беҙ тергеҙелеү һәм республика иҡтисадының үҫеше этабында. Нефть-газ форумы барышында яңы производстволарҙы сафҡа индереү традицияһы бар. Бөгөн «Газпром нефтехим Салауат»та водород производствоһын эшләтеп ебәрәбеҙ. Бынан һуң мин рәсми рәүештә беҙҙең бензин илдә иң яҡшыларҙан, ул экологик яҡтан иң таҙаһы буласаҡ, тип әйтә алам, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Тантана сиктәрендә водород производствоһы эше башланыуға рөхсәт документына республика Башлығы Радий Хәбиров һәм «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең генераль ди-ректоры Айрат Кәримов ҡул ҡуйҙы.
Салауаттан ҡоролманың эшкә әҙер-леге тураһында компания генераль директорының производство буйынса урынбаҫары Азамат Хәбибуллин хәбәр итте.
- Әлеге көнгә беҙ ҡоролмаға сеймалды ҡабул итеү өсөн кәрәкле бөтә әҙерлек эштәрен тамамланыҡ, технологик узелдар ныҡлыҡҡа тикшерелде, йыһаздарҙың һәр ҡайһыһы, технологик ҡоролманың автоматлаштырылған системаһы һынау үтте, - тип һөйләне Азамат Хәбибуллин.
Һуңынан Радий Хәбиров стартҡа рөхсәт биреү менән Салауат предприятиеһында яңы производство эшләй башланы.
- Водород производствоһы ҡорол-маһы билдәләнгән ваҡыт эсендә проектланып, монтажланды. Инвести-циялар күләме 8,5 млрд һум тәшкил итте, 43 яңы эш урыны булдырылды. Өс йылдан һуң беҙҙең ҡаланың юбилейы һәм был объект әһәмиәтле проекттар сиратын аса. Был завод өсөн генә түгел, шулай уҡ ҡала халҡы өсөн дә мөһим, көтөлгән проект. Ҡоролма сығарылған продукция ассортиментын киңәйтеү һәм уның сифатын күтәреү мөмкинлеген биреп кенә ҡалмай, беҙҙең ҡалалағы экологик хәлде яҡшыртыуға ла булышлыҡ итәсәк, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Сарала был инвестицион проектты тормошҡа ашырыуға әһәмиәтле өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.
Читайте нас: