- Салауат электр селтәрҙәрен концессияға биреү күп фекерҙәр тыуҙырҙы. Был проекттың нисек килеп сығыуы һәм уның ниндәй бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелеүе хаҡында һөйләп үтһәгеҙсе.
- Территориаль селтәр ойошмала-рын эреләтеү - хәҙерге заман Рәсәйҙең тотороҡло тренды. Әгәр 2015 йылда Рәсәйҙә ундай ойошмалар 2863 булһа, 2018 йылда 1881 һәм был процесс үҫешә. Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Ишембайҙың айырым территориаль селтәр ойошмаларын бер компанияға берләштереүҙең объектив нигеҙе бар: энергия менән тәьмин итеү ышаныслылығын күтәреү, ҡулланыу-сыларҙың электр селтәрҙәренән максималь файҙалана алыуын тәьмин итеү, заманса идара итеү техноло-гияларын индереү һәм техник ҡарар ҡабул итеү, эҙмә-эҙлекле техник сәйәсәтте булдырыу, үҙәкләштерелгән ремонт һәм реновация программаларын тормошҡа ашырыу.
Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай муниципаль берекмәләренең өс селтәр предприятиеһын берләштереү оҙайлы ваҡытҡа һәр төрлө ҡулланыусылар категорияһын электр энергияһы менән ышаныслы тәьмин итеү бурысын хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Тағы ла бер маҡсат - урындағы кадрҙар һәм производство мөмкин-лектәрен максималь файҙаланыу, өҫтәмә эш урындары булдырыу салауаттар өсөн эш урыны табыуға мөмкинлеген күбәйтәсәк, шулай уҡ ҡала бюджетына һалым түләүҙәре лә артасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәм: «АСТ» йәмғиәте урындағы компания булып тора һәм ул Салауатта теркәлгән.
Тағы ла республика һәм уның халҡы өсөн мөһим һәм территориаль кимәлдә тик консолидация ярҙамы менән генә хәл итеү мөмкин булған бер һорауға иғтибар итәм. Татарстан, Иркутск һәм ҡайһы бер төбәктәрҙән тыш, Рәсәйҙә эшләүсе бөтә эре территориаль селтәр компаниялар ҙур сәнәғәт төркөмдәренең өлөшө булып тора, ә улары вертикаль структура һәм үҙәк идара итеү системаһы эшләй һәм был электр селтәрҙәре сәнәғәте менән уларҙың бүлендек ойошмалары эшләгән территориялар араһында иҡтисади мәнфәғәттәр йәһәтенән конфликтҡа алып килә. Тәүгеләре монополь эшмәкәрлек алып барып килемдәрен арттырыу менән генә ҡыҙыҡһына һәм үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғырта. Территориялар - Рәсәй субъекттары, киреһенсә, үҙҙәренең үҫешен хәстәрләй, һалымды артты-рыуҙы, яңы эш урындарын булдырыуҙы ҡайғырта. Улар өсөн актуаль бурыс - территорияға төрлө бизнесты йәлеп итеү һәм был бурыс ышаныслы электр тәьминәтенән һәм тарифтарҙың нигеҙһеҙ артыуынан тыш хәл итеп булмай. Салауат-Ишембай энергия районы өсөн был икеләтә көнүҙәк, сөнки уларҙың территорияһында заманса һәм энергияны күпләп ҡулланыусы производстволары булған «Алға» айырым иҡтисади зона урынлашҡан.
- Салауаттар концессион килешеү һөҙөмтәһендә электр энергияһына түләү артыр тип хәүефләнә. Был нигеҙлеме?
- Һеҙ атап әйткән сәбәп буйынса хәүефләнеү бөтөнләй нигеҙһеҙ. Компания закон буйынса электр энергияһы өсөн хаҡты үҙ аллы билдәләй алмай. Тариф күләме милек формаһына ҡарамай. Электр энергияһы менән тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлек ҡәтғи рәүештә дәүләт тарафынан контролләнә, бигерәк тә хаҡ билдәләү өлөшөндә. Башҡортостанда был контролде тариф буйынса республика комитеты башҡара, ул һәр электр селтәре компанияһы хеҙмәте өсөн хаҡты билдәләй. Электр энергияһы өсөн тариф уны етештереү, ҡулланыусыға алып барып еткереү һәм тағы бер нисә күрһәткестән сығып иҫәпләнә. Беҙҙең өҫтә алып барып еткереүҙең бер өлөшө генә.
- Төрлө сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, «АСТ» электр селтәрҙәрен файҙаланыуҙа тәжрибәһе юҡ. Быға нимә әйтерһегеҙ?
- Был иҫбатлауҙар менән килшемәҫ инем. «АСТ» Рәсәй электр селтәрҙәре комплексына тәрән үтеп ингән: беҙ был өлкәнең бурыстарын, проблемаларын яҡшы аңлайбыҙ һәм уларҙы хәл итеүҙе күҙ алдына килтерәбеҙ. Мәҫәлән, «АСТ» электр энергетикаһында һанлы технологияларҙы индереү буйынса иң уңышлы компанияларҙың береһе булып тора. Беҙҙең белгестәр - ысын профессионалдар һәм улар тиҫтә йылдар ошо тармаҡта хеҙмәт итә. Бынан тыш, мин шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә - Салауат «Электр селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһының әлеге коллективы тулыһынса компанияла эш урынын һаҡлап ҡаласаҡ һәм уларҙың хеҙмәте һорау менән ҡулланасаҡ.