газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
28 Август 2020, 13:49

Мотлаҡ бойомға ашырырға

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районында күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда республика иҡтисадында тәбиғи газды файҙаланыуҙы киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.

Кәңәшмәне асып, төбәк етәксеһе Башҡортостандың газ тармағы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика Башлығының Рәхмәт хатына “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов менән “Газпром ПХГ” йәмғиәте коллективы (генераль директоры - Игорь Сафонов) лайыҡ булды. “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов наградланды.
Тәбиғи газ – Башҡор-тостандың энергетик балансы нигеҙе. Йыл һайын төбәк 15 миллиард куб метр газ тотона. Уның ҙур өлөшө йылы һәм электр энергетикаһында, сәнәғәттә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта яғыулыҡ булараҡ файҙаланыла.
“Зәңгәр яғыулыҡ”ты файҙаланыуҙың һөҙөмтәле альтернативаларының береһе булып “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы базаһында газды тәрән эшкәртеү буйынса кластер булдырыуҙың тороуы ихтимал. Был ҡиммәт булмаған сеймалдан юғары маржиналлы кәрәкле тауар алыу мөмкинлеге бирәсәк. Ул республика иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Белгестәр планлаштыр-ғанса, кластерҙың үҙәк звеноһы булып тәбиғи газды этилен һәм пропиленға эшкәртеү комплексы тора-саҡ. Был ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн “Газпром нефтехим Салауат” техник-иҡтисади нигеҙ әҙерләй. Октябрҙә бөтә документтар ҙа “Газпром”ға тапшырыласаҡ, унда проектты артабан үҫтереү буйынса ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов белдереүенсә, комплексты урынлаштырыу өсөн иң уңайлы биләмә предприятие янында буласаҡ. Һәм ул уны “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе составына индереү мөмкинлеген ҡарауҙы тәҡдим итте.
“Салауат” индустрия паркының инвестициялар буйынса директоры Алексей Балянов кластер сиктәрен-дә “Газпром нефтехим Сала-уат”тың сеймалы ағымдары нигеҙендә юғары технологиялы нефть химияһы етештереүе спектры булдырыу мөмкинлеге тураһында һөйләне. Был предприятиеларҙы “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенә индереү кәрәк тигән фекер әйтелде.
Радий Хәбиров был мәсьәләне Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урын-баҫары Илшат Тажетдиновҡа өйрәнергә ҡушты.
– Беҙҙең артабанғы үҫеш стратегияһына тәрән эшкәртеү өлкәһендәге предприятие булдырыу ҙур йоғонто яһаясаҡ. Был - бик мөһим проект, ул беҙҙең иҡтисадтың заманса йөҙөн билдәләй, – тине Радий Фәрит улы. – Республика ки-ләсәктә конкуренцияға һәләт-ле төбәк булғыһы килһә, был йүнәлеште әүҙем үҫтерергә тейеш. Беҙҙә эшкәртеү өсөн етерлек кимәлдә газ бар. Күп төбәктәрҙә булмаған был өҫтөнлөгөбөҙ була тороп, был проектты мотлаҡ тормошҡа ашырырға тейешбеҙ.
Читайте нас: