газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
5 Июнь 2020, 10:34

Алты тиҫтә йылға яҡын өҙлөкһөҙ эшмәкәрлек

“Электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы ҡала йәшәйешен тәьмин итеүсе иң мөһим ойошмаларҙың береһе. 60 йылға яҡын тарихы булған предприятие шулай уҡ иң тототороҡло эшләүселәрҙән дә иҫәпләнә. Был аҙнала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов үҙенең Салауат предприятиелары менән танышыу барышында ошо предприятиела булды.

Игорь Геннадьевич предприя-тиеның барлыҡ бүлексәләрен, бина-ларын ҡараны, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты, проблемалар тураһында һорашты һәм пландар хаҡында белеште. “Газпром нефтехим Салауат” һәм “Салауатбыяла”нан тыш, ҡаланың барлыҡ электр селтәрҙәре учреждение ҡарамағында. Предприятиела 200-ҙән ашыу кеше эшләй һәм улар ҡаланың яҡтылыҡ менән тәьмин ителеше, авария хәлдәрен бөтөрөү өсөн яуап бирә. Былтырҙан алып предприятие модернизациялау, йәғни яҡтыртыу ҡоролмаларын замансаларға алыштырыу проектын тормошҡа ашыра. Шулай уҡ ҡаланың Көнбайыш микрорайынында льготалы граждандар өсөн бүленгән ер участкаларында торлаҡ төҙөлөшөн алып барыу һәм һуңынан йорттарҙың үҙҙәрен электр энергияһына тоташтырыу өсөн электр селтәрҙәре һуҙыла.
- “Электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятие беҙҙең ҡаланың иң оло, ҙур һәм тотороҡло эшләүсе ойошмаларҙың береһе. Бөгөн уның эшмәкәрлеге менән танышырға тип килдем. Ойошма ҙур инвестицион программаларҙы тормошҡа ашыра. Быйылғы проектта - Көнбайыш микрорайонындағы торлаҡ төҙөлөшөнә кәрәкле электр селтәрҙәрен һуҙыу. Шулай уҡ предприятие былтырҙан алып беҙҙең ҡала урамдарында яҡтыртыу ҡоролмаларын алыштырыуға тотонған. Был эш 70 процентҡа башҡарылған. Уның һөҙөмтәһе һиҙелерлек: ҡала бюджетынан яҡтыртыуға киткән сығымдар кәмей һәм өҫтөмә рәүештә яңы урамдар, ихаталар яҡтыртыла. Шуның өсөн был эште беҙ дауам итергә уйлайбыҙ, - тине Игорь Миронов.
Ул предприятие эше менән танышыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
“Электр селтәрҙәре” предприятие-һының баш инженеры Рауил Вәлиев:
- Беҙ ҡала хакимиәте башлығына тулыһынса хужалығыбыҙҙы күрһәттек. Шул иҫәптә гараждарҙы, электр ҡорамалдарының әҙерләмәләренән алып әҙер тауарға тиклем етештергән механик оҫтаханаларҙы, ярҙамсы производстволарҙы, идара бинаһын ҡараны. Кешеләр менән дә аралашты. Беҙҙеңсә, унда предприятие яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Инвестицион проекттар буйынса ла фекер алыштыҡ. Игорь Геннадьевич предприятие эшмәркәлеге менән танышҡанда бер нисә тәҡдим дә индерҙе һәм беҙ уларҙы мотлаҡ эшебеҙгә индерәсәкбеҙ.
Читайте нас: