газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
29 Май 2020, 14:47

Һынау режимында эшләй

“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең таҙартыу ҡоролмалары территорияһында төҙөкләндерелгән объекттар комплекслы эшләтеп ҡарала. Унда апрель башынан производствола тотонолған һыу ебәрелгән һәм система һынау режимында файҙаланыла.

Таҙартыу ҡоролмалары 1954 йылдан алып эшләй һәм “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһының ғына түгел, ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығының, Салауат, Ишембай предприятиеларының ағым һыуҙарын ҡабул итә. Объекттарҙы төҙөкләндереү производстволарҙың эшләү шарттарында алып барылғанға күрә эштәр 7 этапҡа бүленә. Был проектты тормошҡа ашырыу атмосфераға сығарып ташланған ҡалдыҡтар өлөшөн кәметергә, ҡулланылған һыуҙы таҙартып кире производствола файҙаланыуға ҡайтарыуҙы арттырырға, Ағиҙел йылғаһына тотонолған һыуҙарҙы ағыҙыуҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән алғанда, был “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенә тотонолған һыуҙы таҙартыуҙы барлыҡ нормативтарға тап килтерергә һәм тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоно әҙәйтеүгә мөмкинлек бирәсәк.
Компания өсөн был проект өҫтөнлөклө булып тора һәм уның сиктәрендә сәнәғәт ҡалдыҡ һыуҙарын механик таҙартыу өсөн яуаплы булған объекттар төҙөкләндерелгән, яңыртылған, яңылары ла төҙөлгән. Бының өсөн тәбиғәтте һаҡлауҙың иң заманса технологиялары ҡулланылған. Төҙөкләндереү проектына индерелгән техно-логик процестың автоматлашты-рылған системаһы ла шулар иҫәбендә.
Предприятиела иҫке нефть тоҙаҡтары урынына яңы юғары һөҙөмтәле, ҡапланған тоҙаҡтар эшләнгән. Был узел тотонол-ған һыуҙарҙы таҙартыуҙың беренсе баҫҡысы булып тора һәм нефть продукттарын тотоп ҡалыуҙы тәьмин итә. Яңы нефть тоҙаҡтары газ үтеп инмәҫлек ҡапҡастар менән ҡапланған, барлыҡ парҙар газ таҙартыу системаһына ебәрелә. Фильтрҙың заманса системалары ҡулланыла: беренсеһе аэрозоль менән саңды тотоп ҡала, унан һуң күмерле фильтр үҙенә һеңдерә.
- Таҙартыу ҡоролмаларын төҙөкләндереү бер яҡтан экологик проблемаларҙы хәл итһә, икенсе яҡтан “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең үҫеш проекттарын индереүҙе тәьмин итә, - тип билдәләй предприятиеның генераль директоры урынбаҫары – баш инженер Айрат Әхмәтшин. – Төҙөкләндереүҙең ете этабының һәр береһе бер-береһенең эшенә йоғонто яһамай тормошҡа ашырыла. Бөгөн үк беренсе һәм икенсе этаптарының тулы ҡеүәт менән эшләү мөмкинлеге бар.
Киләсәктә тағы ла ОС-203 насос станциялары менән радиаль тондороу һәм иҫке флотация ҡоролмаһы төҙөклән-дереләсәк. Диаметры 40 метр булған 4 тондороу бассейнының һәр ҡайһыһында көмбәҙле ҡаплама урынлаштырыласаҡ. Унда газ таҙартыу системаһы эшләйәсәк.
Гүзәл Шәрипова.
Фото “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте сайтынан алынды.
Читайте нас: