газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
21 Февраль 2020, 11:15

Сәнәғәт министры комбинатта

“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенә Башҡортостан Респбуликаһының сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, уның беренсе урынбаҫары Игорь Миронов килде. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың эшлекле сәфәрендә ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов оҙатып йөрөнө. Улар предприятиеның нефть эшкәртеү һәм “Мономер” заводтарындағы бер нисә производство менән танышты.

Иң башта делегация нефть эшкәртеү заводының нефтте атмосфера-вакуумлы ҡыуыу ҡоролмаһын ҡараны. “Газ-пром нефтехим Салауат”тың генераль директорының про-изводство буйынса беренсе урынбаҫары Азамат Хәбибул-лин билдәләүенсә, ҡоролма нефтте тәүгә эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән, бөгөн газ конденсатын эшкәртә. Был процесс мөмкин булһын өсөн технология яңынан ҡаралған, ойоштороу һәм техник саралар башҡарылған, сеймал парктары яңыртылған.
Абруйлы ҡунаҡтар нефть эшкәртеү заводын масштаблы яңыртыу сиктәрендә төҙөк-ләндерелгән һәм төҙөлгән ҡоролмаларҙа ла булды. Улар 9-сы цехтағы ГО-2 ҡоролмаһының төҙөклән-дерелеүенә ҙур иғтибар бүлде. Унда Евро-5 дизель яғыулығын сығарыу өсөн ҙур күләмле эштәр башҡарылған.
Киләһе пункт - “Мономер” заводындағы түбән баҫымлы полиэтилен һәм этилен-пропилен производствоһы. ЭП-355 производствоһында нефть химияһы продукцияларын алыу өсөн кәрәкле сеймал этилен һәм пропилен сығаралар. Модернизация һөҙөмтәһендә уның ҡеүәте йылына 355 мең тонна этилен һәм 160 мең тонна пропиленға еткән.
Рәсәйҙәге иң эре акрил кислотаһы һәм бутилакрилат производствоһында Алек-сандр Шельдяев акрил кисло-таһын артабан эшкәртеү перспективалары менән ҡы-ҙыҡһынды. “Газпром неф-техим Салауат” йәмғиәте акрил кислотаһы нигеҙендә супер абсорбирациялы, шул иҫәптә шәхси гигиена өсөн продук-цияларҙа ҡулланылған по-лимер етештереү ҡаралыуын билдәләнеләр.
Читайте нас: