газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
4 Октябрь 2019, 14:52

Тырыштарҙы ярыш билдәләй

«Салауатнефтемаш» предприятиеһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы оҙаҡ йылдар дауамында уҙғарыла. Быйыл да ул, ғәҙәттәгесә, Машина эшләүселәр көнөнә арнап үткәрелде.

«Салауатнефтемаш» предприятиеһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы оҙаҡ йылдар дауамында уҙғарыла. Быйыл да ул, ғәҙәттәгесә, Машина эшләүселәр көнөнә арнап үткәрелде.

- Эшселәр был конкурсты көтөп ала, теләп ҡатнаша. Ярыш булмаясаҡ, тип әйтеп ҡара хеҙмәткәрҙәргә, - тип йылмая профсоюз комитеты рәйесе Людмила Енина.

Быйыл бөтәһе 24 кеше - ҡаҙанлыҡ оҫталары, киң профилле станоксылар, иретеп йәбештереүселәр һәм күпер крандары машинистары көс һынашты. Улар араһында яңы ғына эш башлаусылар, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр ҙә бар ине.

Станоксы Денис Әлмөхәмәтов менән иретеп йәбештереүсе Роман Бакуров конкурста тәүгә ҡатнаша. Улар предприятиела күптән түгел генә эш башлаған. Ә кран машинисы Светлана Суркова эшен яртҡанға күрә бындай сараларҙан ситтә ҡалырға тырышмай.

Ҡатнашыусылар теоретик һәм практик өлөштә һынау тотто. Кран машинистары үҙҙәренең ҙур-ҙур машиналарында йөктәрҙе күсерһә, ҡаҙан яһаусылар йыйыу берәмектәренән әҙерләмәләр эшләне, станоксылар деталдәрҙе эшкәртте. Иретеп йәбештереүселәр әйберҙең өлгөһөн иретеп йәбештерҙе. Баһалама ағзалары эштәрҙең ни тиклем теүәл һәм сифатлы башҡарылыуын күҙәтте. Ҡаҙан яһаусыларҙан тәүге урынға Рөстәм Рафиҡов сыҡты, электр менән иретеп йәбештереүселәр араһында Александр Квиндт алдынғылыҡты бирмәне, станоксыларҙан Николай Томаровҡа етеүсе булманы, Айгөл Ғәббәсова иң яҡшы кран машинисы тип танылды. Еңеүселәр наградалар һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Был конкурстың мөһимлеген предприятиеның техник директоры Эдуард Исҡужин да билдәләй.

- Беҙҙең илдә әлеге ваҡытта эшсе һөнәрҙәргә етди иғтибар бүленә. Кем белә, бәлки киләсәктә эшселәребеҙ «WorldSkills» чемпионатында ҡатнашыр. Оҫталыҡты камиллаштырырға, йәштәрҙең һөнәри үҫешенә булышлыҡ итергә тейешбеҙ, - ти ул.
Читайте нас: