газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
4 Октябрь 2019, 12:46

Киләсәккә төбәлгән хеҙмәт

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте командаһы Өфөлә уҙған эшлекле уйындар буйынса VIII чемпионатта беренсе урын алып ҡайтты.

Был ярышты «Газпром трансгаз Өфө» компанияһы ойоштора. Унда «Башҡортостанда Газпром» ассоциацияһы предприятиеларынан, студенттарҙан һәм мәктәп уҡыусыларынан торған 20 команда ҡатнаша. Чемпионат «Газпром» төркөмөнә ингән төбәк предприятиеларының һанлы үҫешенең «юл картаһы»н әҙерләүгә арнала.

«Газпром нефтехим Салауат» хеҙмәткәрҙәре производствола оператив календарға ярашлы планлаштырыуҙы индереү перспективалары тураһында эште тәҡдим итә.

- Беҙ планды ай эсендә төҙәтеү мөмкин булһа, завод ни тиклем һөҙөмтәле эшләр ине тип фекер йөрөттөк, - ти компанияның производствоның мәғлүмәти системалары буйынса баш белгесе Иван Чеботарев. - Был идеялар йәмғиәттә бар һәм беҙ үҙебеҙҙең күҙаллауҙарҙы һөйләп бирҙек. Бындай календарлы планлаштырыуҙы производствоға индереү өсөн предприятиела мөмкинлектәр бар: матди балансты ла, ысынбарлыҡтағы юғалтыуҙарҙы иҫәпләүҙең дә автоматлаштырылған системаһы эшләй. Тик планлаштырыуҙың бизнес процесын тиҙләтергә генә ҡалды.


Читайте нас: