газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
26 Июль 2019, 17:00

Яңы стандарт буйынса

“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте БНД 100/130 маркалы юл битумын тейәп ебәреүҙе дауам итә. Ул яңы ГОСТ буйынса сығарыла һәм федераль юлдар төҙөүҙә ҡулланыла. Йыл башынан алып сифаты буйынса яҡшыртылған 10 мең тонна битум тейәп оҙатылған.

Уны Ҡурған, Свердовск, Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында ҡулланалар.Бер үк ваҡытта компанияның битум ҡоролмаһында БНД 70/100 маркалы битумды сығарыу ҙа дауам итә. Ул 2017 йылда декларацияланған һәм шулай уҡ үҙебеҙҙең республикала ла, сит өлкәләрҙә лә юл һалыу эштәрендә файҙаланыла.

“Дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлдары. Нефть йәбешкәк юл битумдары” тигән яңы ГОСТ Рәсәйҙә бынан дүрт йыл элек ҡабул ителде. Уға ярашлыилдәге бөтә битум етештереү производстволары яңы маркалы битум сығарыуға күсергә тейеш.

Битум ҡоролмаһының 18-се цех начальнигы Андрей Брызгалов аңлатыуынса, быға тиклемге милли стандарт 20 йыл элек булдырылған һәм бер тапҡыр ҙа үҙгәрмәгән. Әлеге ваҡытта Европа союзында битум материалдарын характерлаусы заманса күрһәткестәр ҡулланыла.

- Битумдарҙың үҙенсәлектәрен нормалләштереү өсөн яңы ысулдарҙы файҙаланыу асфальт-бетон ҡушылмаларын әҙерләгәндә битумдарҙың сифатын, һуңынан уны ҡулланғанда ла үҙенсәлектәрен һаҡлай алыу мөмкинлектәрен тулыраҡ баһаларға ярҙам итә, - ти Андрей Владимирович.
Читайте нас: