газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
12 Апрель 2019, 16:28

Үҫеш өсөн нигеҙ бар

Салауат ҡалаһында илдә ҙур нефть химияһы кластеры булдырыу һәм уның тирәләй индустриаль парк йәйелдереү. Радий Хәбиров Мәскәүҙә Энергетика министрлығы коллегияһында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Коллегияла министрлыҡтың былтырғы эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды, киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде.

Сараны ведомство башлығы Александр Новак алып барҙы. Ултырышта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак, федераль власть органдары вәкилдәре, ил төбәктәре, яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары етәкселәре ҡатнашты.

Проект иҡтисади күҙлектән нигеҙле. Сәнәғәт базаһы әҙер, газ һаҡлау өсөн ер аҫты комплекстары, шулай уҡ тимер юлына, федераль трассаларға һәм Европа-Көнбайыш Ҡытай маршрутына тура юл бар. Бынан тыш, төбәк властары тарафынан күрше Ишембай ҡалаһында айырым иҡтисади зона булдырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, проект “Газпром” етәкселеге менән ентекләп тикшерелә, республика энергетика тармағының технологик иреклеген үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереүгә әҙер.

“Республикала яғыулыҡ-энергетика комплексының хәле ярайһы яҡшы, машиналар эшләү блогының торошо ла насарҙарҙан түгел. Башҡортостанда сәнәғәт үҫеше күрһәткестәре ил кимәлендә ҡарағанда юғарыраҡ. Беҙҙең тағы ла потенциал бар”, - тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров.

Республика башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифә-һендә яҙып сыҡҡанса, Салауат ҡалаһындағы индустриаль парк проектын тормошҡа ашырыуға 400 млрд һумдан ашыу инвестиция һалыу ҡарала.


Читайте нас: