Салауатта тыуып үҫкән егеттең ата-әсәһе ябай эшселәр, шуға ла мәктәпте тамамлағас, ул да эшсе һөнәрен һайлай. Илнур 72-се лицейҙа электромонтер һөнәренә уҡып диплом ала. Аҙаҡ армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. 2011 йылда «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенә эшкә урынлаша.
Унан ниндәй эштәр менән шөғөлләнеүе хаҡында һорағас: «Бәләкәй саҡтан төрлө уйынсыҡтарҙы һүтеп-йыйып, атайымдан һорашып, розеткалар ҡуйырға, электр лампаларын алыштырырға ярата инем. Шуға ла был һөнәрҙе һайланым да инде. Электромонтер электр приборҙары яйланмаларын, электр двигателдәрен, трансформаторҙарҙы, электр селтәрҙәре нигеҙҙәрен яҡшы белергә тейеш. Төп хеҙмәтем - электр менән тәьмин итеү, электр бәйләнеше, трансформатор подстанциялары системаларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, телефон кабелдәрен алыштырыу. Эш хәүефле булғанға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәү зарур. Шуға ла беҙҙең һөнәр эйәләренән талапсанлыҡ, абайлыҡ, тәртип талап ителә», - тип яуап бирҙе.