газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
1 Февраль 2019, 11:07

Яратҡан эш - ғүмерлек

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтен ҡалаға нигеҙ һалыусы ғына түгел, кеше яҙмыштарын хәл итеүсе предприятие тип атау ҙа артыҡ булмаҫ. Төҙөлә башлағанынан алып күпме кешене үҙ ҡанаты аҫтына ала ул. Яңы комбинатта эшләү өсөн бөтә ил киңлектәренән йыйылалар. Ошонда эшләйҙәр, ғаилә ҡоралар, Салауатта төпләнеп ҡалалар. 70-се йылдар башында предприятиеға килгән йәштәр араһында Рәмил Шәрипов та була. Ул да бихисап йәштәштәре кеүек үк ғүмерен комбинатҡа бағышлаған кеше.

- Үткәнемә һис тә үкенмәйем, - ти Рәмил Шәрипов. - Салауат ҡалаһы яратҡан ҡалама әүерелде, ошонда туғандар йәшәй, ошонда дуҫтар таптым, улар менән күпме ғүмер үтелгән. Беҙ килгәндә Калинин урамының аръяғы саҡ төҙөлә башлағайны. Хәҙер инде шундай ҙур, матур ҡалала йәшәйбеҙ.

Рәмил Бәдғетдин улының комбинатҡа килеп эләгеүе лә үҙенсәлекле. Ишембай районының Һайран ауылында 10-сы класта белем алып йөрөгәндә, класташының ағаһы, шундай һөнәр бар, эшкә бараһың да приборҙан ғына ҡарап тик ултыраһың икән, тип һөйләгәс, дүрт егет Салауатҡа шул һөнәргә уҡырға килә. Һуңынан эшләй башлағас ҡына хеҙмәтебеҙҙең улай уҡ еңел түгеллеген аңланыҡ, ти хәҙер инде хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны.

1970 йылда 19-сы һөнәрселек училищеһында аппаратсыға уҡып сыҡҡан йәш белгесте иң тәүҙә 16-сы цехҡа оператор итеп алалар. 42 йылдан ашыу эшләү осоронда предприятиела цехтар берләштерелә, яңы ҡоролмалар ҡуйыла, яңы эш алымдары индерелә. Рәмил Шәрипов һәр яңылыҡты тиҙ үҙләштерә алыуы, үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡарыуы, тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте менән алдыра. Хөрмәт ҡаҙанған эшсене машинист, һуңынан өлкән машинист итеп ҡуялар. Улар төрлө цехтарҙан килгән газдарҙы таҙартып, кире файҙаланыуға таратыу менән шөғөлләнә.

- Иң мөһиме коллектив-тағы мөхит. Барыһы ла үҙ эшен белә, кәрәк булһа кәңәшләшеп ала инек. Ҡоролмала бер нисә етәксенең алышыуына ҡара-маҫтан, бурыстарҙы үтәүгә талапсанлыҡ, яуаплылыҡ һүрелмәне. Шунһыҙ мөмкин түгел, бер хата ебәреүгә юл ҡуйылырға тейеш түгел, хәүефле объекттарҙа эш-ләүебеҙҙе яҡшы аңланыҡ, - ти ир уҙаманы.

Комбинаттың да төрлө сағы була, ауыр мәлдәрҙә лә Рәмил Бәдғетдин улының үҙ эшен ташлау теләге уянмай. Хеҙмәтенә тоғролоғо һәм фиҙаҡәрлеге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, ә 2015 йылда Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнә. Үҙ эшенең оҫтаһы булған тәжрибәле белгесте бик күп йәштәргә остаз итеп ҡуялар, белем усағын тамамлап килгән егеттәргә һөнәрҙең барлыҡ нескәлектәрен төшөндөрә ул. Тәжрибәле кеше ҡулы аҫтында эшкә өйрәнгән йәштәр бөгөн, уның юлын уңышлы дауам итә.

Рәмил Бәдғетдин улының тормош иптәше Фәрзәнә Һиҙиәт ҡыҙы ла ғүмерен комбинатҡа арнаған. Улар иңде-иңгә терәп донъя көтөп, ике малай үҫтерәләр. Икеһенә лә юғары белем бирәләр. Береһе юрист, икенсеһе программист булып, ата-әсәләре өйрәткәнсә, намыҫ һәм тырышлыҡ менән эшләп йөрөйҙәр.
Читайте нас: