газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
18 Ғинуар 2019, 10:26

Тырышлыҡ менән яуланған уңыш

Эшенә ашҡынып килгән кеше, ысын мәғәнәһендә, бәхетлелер ул. Кәрәк тип кенә хеҙмәт урынын биләү бер ҡыуаныс та килтермәй. «Салауатбыяла» йәмғиәтендә быяла һауыттар етештереү автоматтарын һәм ярым автоматтарын көйләүсе һөнәренә егерме йылдан ашыу ғүмерен биргән Ринат Ҡолонбаев үҙен предприятиеның ысын патриоты тип иҫәпләй.

- Тормошомдо заводтан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Яратҡан хеҙмәттән генә һөйөнөс, кинәнес алып була. Һүҙ юҡ, эш ауыр. Хәйер, уның ҡайһыһы еңел икән? Бригадир итеп тәғәйенләгәс, яуаплылыҡ икеләтә артты. Предприятиеға килгән тәүге мәлдәрем бөгөнгөләй күҙ алдымда. Ҡорамалды йүнләп белмәйем, мейесте беренсегә күреүем. Ул ваҡытта заманса йыһаздар юҡ, хәҙер генә бөтә нәмә автоматлаштырылған. Нескәлектәренә төшөнөргә тәжрибәле остаздарымдың булдыҡлы кәңәше ярҙам итте, уңыштарға ауырлыҡтар аша килдем, - ти ул.

Иғтибар итһәгеҙ, хәҙер күп нәмәне пластикка тултыралар. Етештереүселәргә шулай отошлораҡ, сөнки арзанға төшә. Әммә быяла һауыттарҙағы продукцияның тәме лә, сифаты ла күпкә юғары. Шөкөр, уларға ихтыяж әле лә кәмемәй. Ринат Усман улына шуларҙы етештереү бурысы йөкмәтелгән. Иңендә арыу тәжрибә булһа ла, Ринат ағай һаман камиллашыу юлында. Заман менән бергә атлау өсөн гел уҡырға, өйрәнергә, эҙләнергә кәрәк, ти. Уның кеүек яуаплы белгестәр - предприятиеның ныҡлы терәге. Иләгенә күрә - ҡапҡасы, тигәндәй, уның бригадаһында хеҙмәт итеүселәр үҙе кеүек бар яҡтан да булдыҡлылар. Йәмғиәт етәкселеге Ҡолонбаев тураһында тик ыңғай фекерҙә. Шәп, тынғыһыҙ уҙамандың һәр нәмәне еренә еткереп башҡарыуын билдәләй.

Ринат Ҡолонбаевтың тырышлығын етәкселек тә баһаламай ҡалмаған. Яңы йыл алдынан ул Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Уны республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тапшырған.

- Бер яҡтан көтөлмәгәнерәк хәл булһа ла, икенсе яҡтан ҙур шатлыҡ кисерҙем. Әммә быны минең генә түгел, барлыҡ коллективтың уңышы, тип иҫәпләргә кәрәк. Мине ҙурлап, ышаныс белдергән етәкселеккә рәхмәт. Радий Фәрит улы һәр һөнәр эйәһенә оло иғтибар һәм ихтирам күрһәтте, - ти Ринат Усман улы.


Читайте нас: