газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
9 Ғинуар 2019, 13:47

Фото үҙенә күрә бер ижад

Мәскәүҙә «Заманса Рәсәй энергетикаһы» яғыулыҡ-энергетика комплексының Бөтә Рәсәй фотографтар конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар. Призлы урын алыусылар араһында «Газпром нефтехим Салауат» компанияһының штаттағы фотографы Федор Толкачев та бар.

Ул «Тормоштан бер көн» номинацияһында икенсе урын алды. Федор конкурсҡа предприятиеның 22-се янғын часы күнекмәләре ваҡытында төшөрөлгән фотоны ебәрә.

- Был фотография идеяһы миңә ҡапыл килде. Янғын һүндереүселәрҙең күнекмә-ләрен төшөргәндә, улар-ҙың берҙәм хәрәкәт итеүҙә-ре күҙгә салынды. Янғын һүндереүселәр буш ваҡыт-тарында фотоға төшөргә ризалашты. Эшләгән ваҡытта миңә хатта өҫтәмә яҡтылыҡты ла ҡулланырға тура килмәне, - ти Федор Толкачев.

Фотографтарға награда-ларҙы Рәсәй Федерацияһы-ның энергетика министры Александр Новак тапшыра. Үҙенең ҡотлау һүҙендә ул, энергетика өлкәһендә произ-водство уңыштарына ирешеү генә түгел, ижад менән дә шөғөлләнеү, эш моменттарын фотографияларҙа сағылдырыу ҙа мөһим, тигән.

Конкурсҡа яғыулыҡ-энер-гетика комплексының 141 предприятиеһынан 958 эш тапшырыла һәм улар араһынан туғыҙ номинация буйынса еңеүселәр билдәләнә.
Читайте нас: