газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
23 Ноябрь 2018, 10:47

Эшең булғас, шундай булһын

Һөнәр һайлау үтә лә яуаплы эш. Кәрәк, тип кенә белгеслек алып, дипломыңдың аҙаҡ һандыҡ төбөндә һарғайып ятыуынан ни фәтеүә? Бер ваҡытта ла актуаллеген юғалтмаған һөнәр үҙләштереп яңылышмаған Рәфис Ғәниев бөгөнгө көндә эшенә һөйөнөп, хеҙмәтенән йәм табып йәшәй.

Рәфис - ҡала егете. Мәктәптән һуң индустриаль колледжда «Машиналар эшләү технологияһы» белгеслегенә уҡый. Уны тамамлаһа, теләһә ниндәй заводта ла эш табып буласағын яҡшы аңлай ул. Ҡулына диплом алғас та «Салауатнефтемаш»ҡа тәүҙә токарь булып урынлаша. Республикалағы иң ҙур токарь станогында нефть-химия аппараттарын ҡыралар, эшкәртәләр. Һуңынан инженер-конструктор булып күсерелә. Һөнәренең нескәлектәренә тағы ла нығыраҡ төшөнөр өсөн Рәфис ситтән тороп Өфө нефть-техник институты филиалына уҡырға инә. Унда «Химия производстволары машиналары һәм аппараттары» һөнәренә эйә була.

- Завод нимә етештерә, шуның һыҙмаларын эшләнек. Шул деталдәр буйынса завод нефть-химия ҡорамалдары: колонналар, резервуарҙар, йылылыҡ алмаш-тырыу йыһаздарын етештерә. Эш ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, теүәллек талап итә. Интеллектуаль һәләттең дә булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки конструкциялар яһайһың, һәр ваҡыт яңы нәмә уйлап табаһың. Продукцияның сифаты һин булдырған проекттарҙың дөрөҫ һыҙылышына туранан-тура бәйле, - тип һөйләй Рәфис Фәрит улы.

Ун йыл машиналар эшләү тармағында хеҙмәт иткәндән һуң, «Салауатбыяла» йәмғиәтенә саҡырыу ала. Баш тартмай егет. Ниңә ҡурҡырға ти, белгән эше бит. Бында ул Салауаттың быяла етештереү заводы сығарған бөтә әйберҙәрҙең һыҙмаларын яһай. Һөнәри бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә йәш егет. Әле яңыраҡ Быяла сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналып үткәрелгән конкурста иң яҡшыһы булыу өсөн көсөн һынап ҡарай. Нефтекаманан, Һарытауҙан һәм башҡа ерҙәрҙән килгән лайыҡлы һөнәр оҫталары араһында икенсе урын алыуға өлгәшә.

Рәфис - ғаиләһендә лә бәхетле. Эштән ҡайтыуына уны йортонда һөйөклө кәләше Ғәлиә менән дүрт йәшлек кескәй ҡыҙы Сабина ҡаршы ала. Йылы мөхит, һөйөү, мөхәббәт бөтә арыуҙарҙы ҡул менән һыпырып алғандай була.


Читайте нас: