газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
16 Ноябрь 2018, 12:55

Сифат алдынғылары

Салауат ҡалаһында сығарылған продукциялар Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары исемлегенә инде.


«Газпром нефтехим Салауат» «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программаһында даими ҡатнаша. Предприятие сығарылған продукция-ларының юғары сифатына ирешеү өсөн һөҙөмтәле эш алып бара.

- Компанияла сифат сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә. Был беҙгә заводтарҙың тотороҡло үҫешен тәьмин итергә, производстволарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, юғары сифатлы, ҡулланыусылар һорауына яуап бирерҙәй продукция сығарыуҙы арттырыуға мөмкинлек бирә, - тип билдәләй «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов. - Беҙ цехтарҙың технологик регламенттарын яңы федераль талаптарға ярашлы яңынан ҡарап раҫланыҡ, цех-ара ағымдың сифатын яҡшыртыҡ, шулай уҡ матди сығым һәм продукция етештереүгә киткән юғал-тыу нормаларын оптималләштерҙек. Компания территорияһында заманса ҡоролмалар эшләй, уларҙа хәүефһеҙ, шул иҫәптә экология яғынан да зарары кәметелгән технологиялар ҡулланыла. Быйыл «Газпром нефтехим Салауат» сифат менеджменты системаһының яңы талаптарға тап килеү сертификация аудитын да уңышлы үтте.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсы 1998 йылдан алып уҙғарылып килә һәм ил продукциялары, хеҙмәттәренең сифаттарын, конкурентлыҡҡа һәләт-леген күтәреүҙе күҙ уңында тота.


Читайте нас: