газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
29 Октябрь 2018, 16:20

Оҫталар һәр ҡайҙа ла алдынғы

«Салауатнефтемаш» йәмғиәтендә һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Һөнәре буйынса иң яҡшылары исеме өсөн иретеп йәбештереүселәр, ҡаҙан яһаусылар, станокта эшләүселәр һәм кран машинистары көрәште.

Конкурста ҡатнашыусылар хәүефһеҙлек техникаһы, хеҙмәт һағына ҡағылған теоретик һорауҙарға яуап бирергә һәм белемдәрен практикала күрһәтергә тейеш ине. «Салауатнефтемаш» ойошмаһының техник директоры Игорь Мишенев предприятиеның дөйөм уңышына һәр эшсе индергән өлөш баһалап бөткөһөҙ, тине.

- Һөнәри оҫталыҡ бәйгеләре ваҡыт һәм сығым талап итһә лә, файҙаһы ҙур. Бындай конкурстарҙа профессионалдар үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтә. Уларҙан үрнәк алып башҡа эшселәр ҙә үҙҙәренең эшен сифатлыраҡ башҡарырға тырышасаҡ, - ти ул.

Ҡаҙан яһаусылар конкурстың теоретик өлөшөн уңышлы башҡарғас, машина-төҙөү конструкциялары өсөн деталдәр әҙерләне. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған кран машинистары йөктө билдәләнгән урынға тиҙ генә килтерә һалды. Иретеп йәбештереүселәр лабораторияла оҫталыҡтарын күрһәтте. Бәйгеселәр һәр эште еренә еткереп башҡарҙы. Конкурста шәхси һаҡланыу сараларын дөрөҫ ҡулланыу ҙа иҫәпкә алынды.

Ҡаҙан ҡойоусылар араһында иң яҡшылары тип Илнур Ниғмәтуллин, Алексей Вельш, Роман Алтынғужин танылды. Иретеп йәбештереүселәрҙән Вадим Томеев, Александр Квиндт, Дмитрий Костюков иң-иңдәре булһа, станокта эшләүселәрҙән барыһынан да алда Никита Анорин, Венер Күсемханов, Вячеслав Богачев бурыстарҙы сифатлы үтәп сыҡты. Кран мастерҙары араһынан Светлана Сәлихова, Ольга Андреева, Миләүшә Ғатауллина алдынғылыҡты бирмәне. Бөтә еңеүселәр һәм номинанттар диплом һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды.


Читайте нас: