газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
29 Октябрь 2018, 16:44

Ике ҡулайлама тағы ла яҡшыраҡ

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендә яңы техник көкөрт производствоһын төҙөү башланды. Ҡулайламаның етештереү ҡеүәте йылына 60 мең тонна.

Уның проекты экологик нормаларҙы иҫәпкә алып әҙерләнгән. Яңы ҡулайлама көкөртлө водород күләмен өҫтәмә үтилләштереү өсөн кәрәк. Улар киләсәктә каталитик крекинг комплексы файҙаланыуға индерелгәс һәм гидро таҙартыу ҡоролмалары яңыртылғандан һуң барлыҡҡа киләсәк. Компанияла әле бер элементар көкөрт етештереү ҡулайламаһы эшләй. Әммә уның 38 мең тонналыҡ ҡеүәте етмәй. Ике производство сәнәғәт майҙансығында барлыҡҡа килгән барлыҡ көкөртлө водородлы газды таҙартасаҡ.

Әлеге ваҡытта предприятиеның производство биләмәһендә төҙөлөш майҙансығын әҙерләү һәм нигеҙ һалыу буйынса эштәр бара. Капиталь төҙөлөш идаралығының яңы объекттар төҙөү бүлеге белгесе Тимур Насиров әйтеүенсә, техник көкөрт производствоһы - мөһим экологик проекттарҙың береһе. Яңы ҡулайламала төҙөлөү менән ҡалабыҙҙың һулар һауаһы күпкә таҙарасаҡ.


Читайте нас: