газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
31 Август 2018, 13:05

«Тыуған еремә кәрәкле кешемен», -

тип ҡабатларға ярата 8-се цехтың инженер-технологы Радик Абдулов Радик Абдулов «Газпром нефтехим Салауат» компанияһында 18 йыл хеҙмәт итә. Уға предприятиеның хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исем алырға тағы ла ике йыл ҡалған.Радик уҙаман юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән белгес.

Радик Абдулов 8-се цехта 19-сы һөнәрселек училищеһын тамамлағас та эшләй башлай. Ун ике йыл буйы оператор була, башта 4-се разряд алһа, әле инде алтынсыла. Бер юлы Салауат индустриаль колледжында һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында ла белем ала ул. Белеме буйынса технолог һәм инженер-эколог Радик Риф улы 2012 йылда 8-се цехтың инженер-технологы вазифаһына үрләтелә.

- Радик Абдулов цехтың иң алдынғы һәм ышаныслы хеҙмәткәрҙәренең береһе. Эштең бөтә нескәлектәрен белә, уға ышанып була. Ҡасандыр мин уны эшкә алғайным. Бөгөн ул үҙе цех начальнигы урынбаҫары, - ти 8-се цех начальнигы Флүр Ҡасимов.

Һуңғы ике йылда инженер-технолог Радик Риф улы ағыҙылған һыуҙарҙы сифатлы таҙартыу менән шөғөлләнә. Белгес шулай уҡ цехтың факел системаһын төҙөкләндереүҙә лә ҡатнаша.

Радик Абдулов оператор һәм технолог эшен сағыштырырға ярата: «Оператор - ул бәләкәй технолог, ә технолог - ҙур оператор» - ти. Нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә оҫтаның. Шулай уҡ яратҡан предприятиеһына һәм ҡалаһына ҡарата ихтирамлы ул. Радик уҙаман «ҡайҙа тыуғанмын, шунда кәрәк булдым», тип йыш ҡабатлай.

- Тормош тураһында уйланыу һәр ваҡыт кәрәк һәм файҙалы. Ваҡыт булғанда улым менән велосипедҡа ултырып йылғаға ашығабыҙ. Тәбиғәттә ял итәбеҙ. Туғандар менән дә гел бергәбеҙ. Яҡын кешеләр менән аралашыу һәр ваҡыт мөһим, - ти Радик Риф улы.


Читайте нас: