Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
31 Август 2018, 13:39

Тармаҡ үҫеше - социаль именлек күрһәткесе

«Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт - Рәсәйҙәге иң эре нефть эшкәртеү һәм нефть химияһын етештереү комплекстарының береһе.

Өс заводты берләштерә


18-се комбинаттың тәүге төҙөүселәре

Предприятиеның тарихы 1948 йылда Стәрлетамаҡ районының Оло Аллағыуат ауылы эргәһендә 18-се комбинатты төҙөү менән башлана. Башта комбинатта күмерҙе эшкәртеү ысулы менән яһалма шыйыҡ яғыулыҡ алыу планлаштырыла. Тик предприятиены төҙөр алдынан уҡ уның технологик схемаһына мөһим үҙгәрештәр индерелә. Сеймал булараҡ күмер мазутҡа алыштырыла. Тиҙҙән ил етәкселеге мазуттан да баш тарта. Башҡортостанда бер-бер артлы яңы нефть ятҡылыҡтары асыла, комбинатҡа ошо сеймалды эшкәртеү маҡсаты ҡуйыла. Майҙанда Германия-нан килтерелгән ҡоролмалар урынлаштырыла. Гигант төҙөлөшкә бөтә Советтар Союзынан кешеләр юллана.


Дәүерҙәр аша алға

60-сы йылдарҙа комбинат нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү үҙәгенә әйләнә. Эшләй башлағандан алып предприятие бер минутҡа ла туҡталмай. Сеймал әҙерләү буйынса төп эшмәкәрлегенән тыш, компанияла яңы ҡорамалдар индерелә. Һуңғы 15 йылда ғына ЭЛОУ-АВТ-4, акрил кислотаһы һәм акрилаттар комплексы, битум, висбрекинг, полистирол, полиэтилен, этилбензол һәм стирол етештереү, ЭЛЛОУ-АВТ-6, нефть продукттарын ағыҙыу, ҡеүәтле газ пары ҡоролмалары һәм башҡалар төҙөлдө.

2008 йылда «Газпром переработка» йәмғиәте предприятиеның контроль пакет акцияларын һатып ала. Предприятиены «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте системаһына берләштереү ҙур күләмдә инвестиция программаларын тормошҡа ашырыуға мөмкинлек бирә. Был ЕВРО-5 сифатлы яғыулыҡты сығарыуға булышлыҡ итә.


Дүрт яҡлы килешеү

Нефть эшкәртеү заводын модернизациялау буйынса дүрт яҡлы килешеү сиктәрендәге проекттарының иң һуңғыһы - каталитик крекинг комплексында төҙөлөш-монтаж эштәре. Был һуңғы 30 йыл эсендәге ҙур төҙөлөштәрҙең береһе. Водород етештереү ҡоролмаһын сафҡа индереү дауам итә. Көкөрт алыу ҡоролмаһын төҙөү, Л-35/11-1000 ҡоролмаһын яңыртыу буйынса ла эштәр бара.

- Юғары сифатҡа яуап биреүсе продукцияны сығарыуға мөмкинлек биреүсе заманса нефть заводы булғанда нефть һәм газ химияһы йүнәлешендә тағы ла уңышлыраҡ эшләйәсәкбеҙ, - ти компанияның генераль директоры Айрат Кәримов.

«Мономер» заводы

«Мономер» заводында йылына 340 мең тоннаға тик-лем продукция етештереүгә һәләтле ЭП-300 пиролиз комплексы яңыса ҡорола. Был этилен әҙерләүҙе күпкә арттыра. Маҡсаттары - полиэтилен һәм полистирол сығарыу ҡеүәтен йылына 380 мең тоннаға күтәреү.

Юғары күләмдә аммиак һәм минераль ашламаларҙы етештереү өсөн ҡоролмаларҙың тотороҡло эшләүен тәьмин итеү мөһим. Йыл да яҙғы сәсеү эштәре барышында предприятие төбәк ауыл хужалығы етештереүселәрен минераль ашламалар менән тулыһынса тәьмин итә. Бынан тыш, газ химияһы продукцияһының 73 проценты экспортҡа китә.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлайбыҙ

Экологик йүнәлеш - мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа төҙөлгән заманса ҡоролмалар экология һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирә. 70 йыл эсендә предприятие бик күп юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған. 1971 йылда, 8 йыллыҡ планды уңышлы үтәгән өсөн, Салауат нефтехимия комбинаты Ленин ордены менән бүләкләнгән. 2009 йылда Рәсәй Президенты предприятие коллективына, нефтехимия өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн, Рәхмәт белдерә.


Социаль программаларҙы тормошҡа

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте - ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятие. 1959 йылдың 12 июнендә тәүге төҙөүселәр һәм комбинат эшселәре йәшәгән Салауат ҡасабаһы ҡала итеп үҙгәртелә. Компания социаль программаларҙы әүҙем тормошҡа ашыра. Һуңғы ун йыл эсендә «Алтын балыҡ» йөҙөү бассейны, «Салауат» спорт-концерт комплексы төҙөлдө, «Нефтехимик» спорт һарайы, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге стадион, мәҙәниәт һәм ял паркы, «Спутник» балалар һауыҡтырыу үҙәге, 1-се лицей, «Медсервис» медицина үҙәге ҡайтанан яңыртылды.

Заман талаптарына яуап биргән компания, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамы менән, хеҙмәткәрҙәренең һәм уларҙың ғаиләләренең именлеген, республиканың һәм ҡаланың уңышлы үҫешен тәьмин итә.


Читайте нас: