Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
31 Август 2018, 13:11

Бүләккә - сәк-сәк

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең юбилейына тип Өфө аш-һыу оҫталары байрам сәк-сәген әҙерләгәйне. Был мөғжизәнең ауырлығы - 220 килограмм.

Компания коллективына тәмлекәсте «Газпром» Башҡортостанда» ассоциацияһы бүләк иткән. Уны «Газпром питание» йәмғиәте Өфө филиалының ете предприятиеһынан 14 мастер өс көн эсендә башҡарған. Милли ашамлыҡты әҙерләүгә 1210 йомортҡа, 100 кг тирәһе он, 220 литр көнбағыш майы һәм 60 килограмдан ашыу бал киткән. Сәк-сәктең өҫтөн юбилей символикаһы биҙәгән.

Мөғжизәне баш ҡаланан Салауатҡа ҙур һаҡлыҡ менән килтергәндәр.

- Сәк-сәкте компанияның бөтә эшселәре лә тәмләй алды. Тәмлекәс дүрт өлөшкә бүленеп сәнәғәт майҙансыҡтарының бөтә ашханаларына ла таратылды, - ти «Промпит» йәмғиәтенең сифат контроле бүлеге начальнигы Наталья Борисова.

Нефтехимиктарҙы һыйлау өсөн алдан уҡ таратыу өҫтәлдәре, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабалар ҡуйылған. Төшкө аш мәлендә компания хеҙмәткәрҙәре ҙур ҡәнәғәтлек менән шәкәрле бүләкте тәмләй.

- Мин шәкәрле ашамлыҡтарҙы яратып бармаһам да, сәк-сәк бик оҡшаны. Ул формаһы менән дә айырылып тора. Өфөләге хеҙмәттәштәребеҙгә тәмле бүләк өсөн рәхмәт, - ти капиталь төҙөлөш идаралығының баш белгесе Дмитрий Ряхин.


Читайте нас: