газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
24 Август 2018, 11:23

Ике яҡ өсөн дә отошло

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте менән Ҡытайҙың Danson компанияһы араһында меморандум төҙөлдө.

Акционерҙар йәмғиәте акрил кислотаһы нигеҙендә суперабсорбирлаған полимер етештерергә ниәтләй. Уны шулай уҡ шәхси гигиена продукцияһында файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Технология хужаһы Ҡытай корпорацияһы менән былтырҙан бирле етди һөйләшеүҙәр алып барылған. Эшлекле сарала йәмғиәттең генераль директоры Айрат Кәримов һәм Исин ҡалаһының урындағы халыҡ хөкүмәте башлығы Чжан Лицзюнь ҡатнашты.

- Бөгөнгө меморандум беҙҙә генә түгел, ә тотош Рәсәйҙә бик мөһим проектҡа старт биреренә өмөт итәбеҙ. Danson компанияһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеребеҙгә һәм илебеҙ именлеге хаҡына яңы производство төҙөрөбөҙгә ышанам, - тине генераль директор.

Чжан Лицзюнь әфәнде иһә, Исиндың ике меңдән ашыу предприятиеһы булған билдәле ҡала икәнлеген һәм Dansonдың улар араһында алдынғы урындарҙы биләүен әйтте. Килешеүгә ярашлы, Ҡытай компанияһы «Газпром нефтехим Салауат»ҡа полимер етештереүгә лицензия бирергә һәм проектлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтергә бурыслы.


Читайте нас: